Юлдарҙан йырҙар ҡала

Юлдарҙан йырҙар ҡала
Хөсәйен Әхмәтов исемендәгә Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Харис Шәриповтың исеме моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның башҡарыуындағы йырҙар телевидение һәм радио аша йыш яңғырай, концерттарынан халыҡ өҙөлмәй. “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” төркөмөндә эшләгән сағында Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәйҙең бик күп төбәктәрен урап сыҡты, хатта Мәскәүҙең Колонналар залында ла алҡыштарға күмделәр уны.
Бөгөн яратҡан йырсыбыҙ – беҙҙә ҡунаҡта.
– “Илап тыуһам да мин, йырлап йәшә­йем...” – тигән Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева. Харис, һинең дә йырлап йәшәгәнеңде беләбеҙ, әйт әле, моң менән дуҫлығың бала саҡтан башландымы?
– Хоҙай биргән, күрәһең, бала саҡтан йыр-моң әсир итте. Мәләүез районындағы 30 өйҙән торған Апас ауылында тыуып үҫтем. Телевизор, радио аша артистарҙың йырлағанын отоп, үҙем дә улар һымаҡ ҡылана торғайным. Ул “концерт”тарҙы үҙем өсөн генә ҡуйҙым, сәхнәгә менеп йырлау тигән уй башыма ла килмәне. Мәктәптә йыр дәрестәрен ҡалдырманым, сәнғәт училищеһына барырға хыялландым. 
Х класта уҡығанда район мәктәптәре буйлап таланттар эҙләп йөрөнөләр. Беҙгә лә бер апай килде. Мине йырлатып ҡараны ла, тауышың һәйбәт, училищеға уҡырға кил, тине.
Шулай итеп, унынсыны тамамлағас, Өфөгә йүнәлдем. Училищела һөнәремде күрһәткәс, һине Рәйсә Рәхимовна тыңланымы, тип һораны­лар. Әллә, мин әйтәм, йыуан ғына бер апай килгәйне. “Ә-ә, аңлашылды”, – тинеләр ҙә имтиханға әҙерләнергә ҡуштылар. Конкурс бик ҙур ине. Унда халыҡ йырҙарын – “Илсе Ғайса” менән “Азамат”ты башҡарҙым, ҡабул иттеләр. Йәмил Әбделмәнов, Резеда Әминева, Зөлфиә Арсланова, Вахит Хызыров кеүек хәҙер ҙур танылыу яулаған йырсылар менән уҡырға насип булды.
Шунан инде төрлө концерттарҙа ҡатнаштым, телевидениеға, радиоға яҙҙыра башланылар. IV курста уҡығанда хор капеллаһына алдылар. Бер йыл эшләгәс, Илфаҡ Смаков бригадаһына конферансье кәрәк тип, филармонияға саҡырҙылар. Бына шулай эстрадалағы эшемде алып барыусы сифатында башлап ебәрҙем. Аҙағыраҡ бер юлы ике йөктө артмаҡлап ҡуйҙылар: концерт­тарҙы ла алып барҙым, йырланым да.
– “Йөк”төң ҡайһы яғы ауырыраҡ тартты?
– Алып барыуы тиһәм инде... Сәхнәнән һөй­ләр­лек әҫәрҙәр юҡ. Хәтеремдә, ул саҡта еҫле һабынға ҡытлыҡ булғанлыҡтан, Нажиә Игеҙ­йәнованың “Еҫле һабын” юморескаһын һөйләп йөрөнөм, халыҡ яратып ҡабул итте. Күп кенә сығыштарымды үҙемә яҙырға тура килде, урыҫ теленән дә тәржемә итә инем. 
Әле лә концерттарҙы алып барам. Мисәүле аттарҙың дилбегәһен тотҡанмын, тиһәм дә ярай.
– Булыр бала – биләүҙән, тиҙәр. Ғаилә­геҙҙә йыр-моң “сире” йоҡҡан кеше бармы?
– Әсәйем халыҡ йырҙарын йырлай торғайны. Ғаиләбеҙҙә биш бала үҫтек. Мин – иң өлкәне. Минән башҡа сәнғәт юлын һайлаусы булманы. Бер ҡустым – врач, икенсеһе – энергетик, һеңле­кәштәремдең береһе – ашнаҡсы, икенсеһе – Өфөнөң 21-се гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
– Бер йырсынан һорайҙар икән: “Һаман йырлап ҡына йөрөйһөңмө, эшләмәйһеңме ни?” Сер түгел, йырсыларға ҡарата шун­дайыраҡ ҡараш йәшәй. 
– Йырсының да “ҡара” эше күп. Мәҫәлән, композиторҙар яҙған йырҙар араһынан халыҡ ҡабул итерҙәйен һайлап алырға, ул йыр өҫтөндә ете ҡат тирең сыҡҡансы эшләргә кәрәк... Тамашасы эштең емешен генә күрә бит: сәхнәлә йырланың да төштөң, йәнәһе. Йырҙың халыҡҡа барып етеүе – туҡтауһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.
– Ҡаршылыҡтарһыҙ ҙа булмайҙыр?
– Уныһы инде аҙым һайын осрап тора. Бер-ике йылдан тауышың бөтәсәк, тип филармонияға алырға теләмәнеләр. Тауыш бар, шөкөр. Һаман да шымара әле ул. 
Ни әйтәһең инде, күп ҡаршылыҡтар булды, кемдәргәлер ҡайһы бер һыҙатым менән оҡша­мағанмындыр, күрәһең. Һинең уңыштарың артҡан һайын, күрә алмағандар ҙа ишәйә бит.
Үҙем кешегә гел ярҙам итергә тырышам. Эй, үпкәләмәҫтәр әле, һөйләгәс, һөйләйем: ҡулым әҙерәк ҡәләм тота белгәс, артистар, компо­зиторҙар тураһында гәзит-журналдарға яҙғыла­йым бит инде. Бер саҡ сәхнә машинисы килде лә: “Ҡустым, һине яҙа тиҙәр. Бына мин 50 йыл бер урында эшләйем, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәремен. Яҙ әле минең турала”, – ти. Яҙҙым “Башҡортостан” гәзитенә. Эй күңеле булды ағайҙың! 
Сәнғәт кешеләре тураһында ижади портреттарым байтаҡ йыйылды. Шуларҙы китап итеп сығарырға уйлайым, Алла бирһә.
– Смоленскиҙа үткән халыҡ-ара фестивал­дә лауреат булдың. Шул хаҡта һөйлә­мәҫ­һеңме?
– Унда микрофонһыҙ йырлаттылар. Сирләп тора инем, шулай ҙа тәүәккәлләнем. 22 кешенән торған жюри ағзалары II дәрәжә диплом һәм көмөш миҙал менән бүләкләне. Һуңынан был сығышымды Рәсәй телевидениеһы күрһәтте. Филармонияға төрлө тарафтан рәхмәт хаттары килде. 
– Харис, ишетеп-күреп торабыҙ тигәндәй, Мәскәү артистарының көнкүреш кимәленән хандар көнләшерлек. Беҙҙекеләрҙең хәл-әхүәле нисегерәк икән?
– Әлбиттә, кем шоу-бизнеста эшләй, шул аҡса һуға ала. Филармония артистарына иһә дәүләт түләй. Әгәр ҙә үҙең өсөн, йәғни аҡса өсөн генә эшләһәң, еңел-елпе йырҙар менән шөғөлләнергә тура килер ине. Беҙ иһә халҡыбыҙҙың рухиәте тураһында уйларға тейешбеҙ. Әле бына берәй ҡобайырҙы башҡарыу ниәте менән йөрөйөм. Эҙләнеү өҫтөндәмен.
– Ғаиләң менән дә танышайыҡ әле.
– Ҡатыным Вәлимә – Ырымбур өлкәһенән. Магазинда эшләй. Улым Урал Көнсығыш дәүләт иҡтисад университетының V курсында белем ала. Ҡыҙым Юлиә Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһының ХI класында уҡый.
Нимә әйтергә? Бәхетлебеҙ! Шул. Донъялар имен торһон!
С. НӘЗИРОВ әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb