Сәхнә түренә бер-бер артлы ғаилә парҙары күтәрелә. Бәхетлеләр, матурҙар… Яндарында — балалары. Улар сыр-сыу килеп уйнай, көлөшә, йүгерешә. Ғөмүмән, ғаиләләге татыулыҡ, бер-береңә хөрмәт тәү сиратта бала күңелендә сағылалыр ул. Һәр хәлдә, “Йәш ғаилә-2011” баш ҡала конкурсын ҡарағас, шулай тойолдо.
Был көндө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ысын мәғәнәһендә, әкиәт илен хәтерләтте — йыр-бейеү, “зәңгәр экран”дар аша ғына танып-белгән йәнһүрәт геройҙары, бәхетле балалар. Бәйге, һәр ваҡыттағыса, конкурсанттар әҙерләгән күргәҙмә менән танышыуҙан башланды. Экспонаттар шул тиклем бай. Әйтерһең дә, бәләкәй генә батшалыҡтарға барып инәһең. Мәҫәлән, Дим районынан Эллина менән Владимир Мавриндар йәш саҡтарында алышҡан “мөхәббәт хаттарын” элеп ҡуйған. Киров районынан Гөлсәсәк менән Ринат Ғатауллиндар жюри ағзаларын йыр-бейеү менән ҡаршы алды — оло улдары Сыңғыҙ алтынсы йыл ксилофонда һәм барабанда уйнарға өйрәнә икән. Һәләтле егеттең тырышлығын һәм ныҡышмалылығын республика, Рәсәй кимәлендә яуланған миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары раҫлай. Ирина һәм Андрей Ларионовтар тәҡдим иткән “ғаилә әкиәте” лә берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Жюри ағзаларын айырыуса бәләкәс Евгения яулаған миҙалдарҙың күплеге хайран итте. Ҡыҙ бәләкәйҙән спорт бейеүе менән шөғөлләнә икән. Ә бына Ленин районы вәкилдәренең “батшалығына” ҡунаҡтар хөрмәт ҡарауылы оҙатыуында үтте. Муса Гәрәев исемендәге тәүге осошҡа әҙерлек биреүсе мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренең уҡытыусылары Марина Гладковаға бүләге ине был. Марина ире Михаил менән өс ҡыҙ үҫтерә. Бәләкәстәре Ксюшаға ун ай ҙа тулмаған.
Ҡыҫҡаһы, һәр ғаилә үҙенсә күркәм, үҙенсә матур. Шуға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкселегендәге жюри ағзаларына ла иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңел булманы. Ғаиләләрҙең берҙәмлеге, татыулығы иһә төрлө конкурстарҙа һыналды. Мәҫәлән, “Барыбыҙ ҙа — бала саҡ иленән” бәйгеһе ҡатнашыусыларҙың һәләтенә һәм ижади фантазияһына ҡайтып ҡалһа, “Беҙҙең өйҙөң йәме” балалар конкурсы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Айырыуса Ирина һәм Андрей Ларионовтарҙың сығышын зал тын ҡалып ҡараны, Никита Мавриндың көслө тауышы күптәргә билдәле йырсы Робертино Лореттины хәтерләтте, Сыңғыҙ Ғатауллиндың башҡарыу оҫталығы ла хайран итте. Ғөмүмән, ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһы бәйгегә көслө әҙерлек, ижади ҡеүәт менән килгәйне. Һөҙөмтәлә, Гладковтар — театр һөйөүсе, Вәлиевтәр — үҙенсәлекле, Мавриндар — музыкаль, Уйылдановтар күңелле ғаилә тип танылды. Өсөнсө урынды Мифтахетдиновтар, икенсе урынды Ларионовтар ғаиләһе алды. Ә беренселеккә Ғатауллиндар сыҡты.
— Еңеүгә фантазия, бер-береңә ышаныс һәм терәк ярҙам итте, — тине еңеүсе ғаилә. — Төп мәсьәлә ваҡыт юҡлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалды: башлыса кистәрен, дәрестәр бөткәс, эштән һуң әҙерләнергә тура килде. Киров районы хакимиәтенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Улар ярҙамынан өҙмәне. Еңеүебеҙ менән атай-әсәйҙәребеҙгә лә бурыслыбыҙ, сөнки бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙҙың нигеҙендә уларҙың тәрбиәһе ята. Яңғыҙың ғына бәхетле булыу мөмкин түгел. Барлыҡ йылыңды, мөхәббәтеңде яҡындарыңа тигеҙ өләшкәндә генә камиллыҡҡа, тыныс тормошҡа өлгәшергә мөмкин.
“Йәш ғаилә-2011” ҡала конкурсы еңеүсеһен алда тағы ла яуаплыраҡ һынау көтә. Был юлы уларға баш ҡаланың данын республика бәйгеһендә яҡларға тура киләсәк.
Алһыу Әһлиуллин
«Башҡортостан» гәзитенән