“Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың”

“Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың”
Күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың” тип исемләнгән үҙенсәлекле поэтик-музыкаль тамаша шиғриәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Йәмле яҙҙа был байрамдың премьераһы ҙур уңыш менән үткәйне. Матур сарала билдәле шағирәләр Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, Тәнзилә Дәүләтбирҙиналар ҡатнашты, уларҙың шиғри әҫәрҙәре, йырҙары яңғыраны. Тамашасы тарафынан ихлас ҡабул ителеп, оло хөрмәткә лайыҡ булған кисә, әйткәндәй, халыҡ һорауы буйынса ҡабат сәхнәлә сыҡты. Ижади проекттың авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшевтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. “Был шиғри моңло кисәнең төп маҡсаты — шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү”, — тип билдәләне ул. 
“Ҡыҙҙар моңо...” шиғриәт байрамын­да һәр кемде сәхнәнең 3D рәүешендәге биҙәлеше ҡыҙыҡһындырмай ҡалдырмағандыр, моғайын. Күңелдәрҙе һиҫкәнде­рерлек ҡурай, думбыра, ҡумыҙ моңона сорналған тамаша ата-бабалары­быҙ­ҙың Урал буйҙарына килеп, шанлы баш­ҡорт ерен, тыуған илен данлап әйткән ҡобайыры менән башланды. Ә инде сараның төп ҡунаҡтары, сәсән телле шағирәләрҙең сәхнә түрендә гөл-сәскә­ләй, тиңһеҙ йондоҙҙай балҡып залға үтеүҙәрен һәр кем һоҡланып һәм ал­ҡышлап тамаша ҡылды. Зәйнәб Бии­шеваның бөйөк “Башҡорт теле” шиғы­рының сәхнәнән ағылыуы ла был кисәгә үҙ моңон һалды. Артабан әҙи­бәләрҙең шиғырҙары һәм уларға көй яҙған билдәле композитор Урал Иҙел­баевтың йырҙары яңғырап, тамамланыш алған тулы бер сәхнә әҫәре булып һынланды.
Тәүге бүлек Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙары менән асылды. “Их, яулыҡ­һыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар” шиғырын уҡыған Ирада Фазлаеваның һүҙҙәре йөрәктәргә әсендергес бер моң-зар ағышына сорналған, заман һулышын тойор нескә күңелле ҡатын, оло йөрәкле әсә, ҡыйыу, батыр ҡыҙҙың оран һүҙе булып үтеп инде.
Гөлназ Ҡотоеваның шиғри шәлкеме иһә тотош бер лирик композицияға ҡоролоп, мөхәббәт тарихын тәшкил итте. “Осош”, “Ауаз”, “Әйтеш” кеүек ши­ғыр­ҙарҙағы һөйөү ҡиссаһы Фирғәт Ғарипов һәм Гөлмирә Исмәғилева тарафынан бик оҫта бәйән ителде.
Лариса Абдуллинаның ижадына килгәндә, “Аҡмулла арбаһы”, “Алдар батыр”, “Рәми ағайға өндәшеү” кеүек шиғырҙарының һәр юлы халыҡ рухы, Аҡмуллалар, Рәмиҙәр йөрәге менән һуғарылып, милли үҙаңды билдәләрлек көслө оран булып яңғырап, йөрәктәргә үтте, зиһендәргә етте. Халыҡ, тел, киләсәк хаҡындағы тәрән фекерҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Тамара Искәндәриәнең шиғриәтендә милли рух менән бергә иҫтәлектәргә илткән наҙлы хистәрҙең үрелеп, күңел­дәрҙә аҫалы балаҫ булып ҡәҙерләнгән оло ҡомартҡы кеүекҡабул ителде. Илсур Байымов уҡыған “Балаҫ” шиғыры һәр кемде яҡты хәтирәләр иле — бала саҡҡа саҡырып, тамашасы күңеленә сафлыҡ, наҙ өләшеп, үткән миҙгелдәр­ҙең моңло бер йырын ишеттергәндәй булды.
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Мин бит һине бик һаҡ һөйәм” шиғыры күңелдәге һөйөү хистәренең нескәлеген тойорға, яҙмыш бүләге булған мөхәббәттең ҡә­ҙерен белергә мөмкинлек бирһә, “Таштар” әҫәре фәлсәфәүи лирикаға ҡо­ро­лоп, ерҙә йәшәгән әҙәм балаларының был донъялағы бурысы, шул уҡ мөхәббәт, бәхет хаҡындағы уйланыуҙары шатлыҡ киңлектәренә илтте.
Тамара Ғәниеваның “Заятүләк менән Һыуһылыу”ы мәңгелек һәм оло мөхәббәткә мәҙхиә йырлау булараҡ яңғырағандыр, моғайын. Башҡортомдоң рух асылын, кешелектең хистәр бөйөклөгөн һәм тоғролоҡ ҡанундарын тағы ла бер иҫбатланы был шиғыр. Тамара Ғәниеваның рух азатлығы менән һуғарылған шиғри шәлкемдәр йыйыл­маһы Азамат Ғафаровтың «Дәште Ҡыпсаҡ» сығышы менән тамамланды. Олпат ир- уҙамандың әйтер һүҙе тарихта билдәле Ҡыпсаҡ иленең иркенлеген, киңлеген тойоп, беҙ ултырған тап ошо еребеҙҙең бөйөклөгөн, ни тиклем ҡәҙерле булыуын һәм үҙебеҙҙе илебеҙ­ҙә ирекле кешеләр итеп тойорға мөмкинлек бирҙе. Шиғыр һәм йырҙарҙы театрҙың төрлө быуын артистары бик оҫта башҡарҙы, һәр бүлек аҙағында шағирәләр ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып, фотоға төшөү ойошторолдо.
Билдәләп үтер кәрәк, тамашасылар араһында әҙибәләрҙең ижадын яҡын күргән БДПУ-ның “Тулҡын”, БДУ-ның “Шоңҡар” һәм ошо уҡыу йортоноң Стәрлетамаҡ филиалынан “Ашҡаҙар”, әҙәби-ижади түңәрәктәренең ағзалары булыуы ла бик ҡыуаныслы. Тимәк, йәштәр әҙибәләр һүҙенә битараф түгел, киләсәктең йөҙөн билдәләр йәш быуын­дың әйтер һүҙе лә, фекере лә хәҙерге әҙәбиәтебеҙ торошон хәл итер, яңы һулыш индерер һәм алға әйҙәп, яҡты юлдарға илтер көс һәм ҡот булып күтәрелер тигән ышаныс бар.
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең аҫыл үрнәк­тәре һаналған заман яҙыусыларының әҫәрҙәрен халыҡҡа еткергән ошондай сараларҙың башҡорт мәҙәниәтен үҫте­реүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ. Килә­сәктә лә улар оло уңыштары менән илебеҙ халҡын һөйөндөрөр тигән яҡты ышаныста ҡалабыҙ. 
Автор: Зөһрә САФИНА, Розалиә ЗАРИПОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb