Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һүрәттәрҙә – “Ырғыҙ” күренештәре
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Һүрәттәрҙә – “Ырғыҙ” күренештәре
Атайымдың бер туған ҡустыһы Рим ағайым ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Әмир Абдразаҡов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рәшиҙә Туйсина кеүек бөйөк шәхестәр менән эшләп өлгөрә. Профессиональ рәссам булараҡ, Ишмулла Дилмөхәмәтов тураһындағы “Ҡурай йыры” тигән фильмға декорация яһай. Бөтөн ғүмере буйына Һәҙиә Дәүләтшина тураһында кино төшөрөргә хыяллана ул. Ырғыҙ буйында тыуып үҫкән бала яҡташ яҙыусыһының романын нисек яҡын күрмәһен инде?! Рим Йыһангиров Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында диплом эше итеп “Ырғыҙ” исемле картиналар циклын ижад итә һәм уны “бишле”гә яҡлай. РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, профессор М.А. Богданов һүрәттәрҙе юғары баһалай.
Рим Йыһангировтың картиналарында романдағы төп ваҡиғалар сағыла. Ырғыҙ буйындағы саман йорттар күңелгә айырыуса яҡын. Айҙаҡайҙың һәр өйө үҙ урынында бирелгән. Рим ағайым Хәсән ауылын, уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарында үҙе күргәнсә, өҫтәүенә өлкәндәр менән һөйләшеп, шулай аныҡ биреүгә өлгәшкән. “Ырғыҙ” романын ныҡ һәйбәт белгән уҡыусы ағайымдың һүрәттәрендә барлыҡ ваҡ деталдәрҙе күрә ала. Әҫәрҙең “Гөлйөҙөм”, “Яусы” бүлектәренән Үмәр ҡарттың кирбес йорто, Землянка баҙарынан ҡайтҡас, ауыл ҡарттарының өй эсендә төрлө тауарҙы ҡарауы бер картинала бирелгән. Романдағы юлдарға күҙ һалайыҡ: “Был юлы Үмәр, урынынан тороп, мейес янындағы таяу эргәһендә ятҡан тоҡто ҡутарҙы. Ирҙәр бөтәһе лә тоҡ янына шыуышып эркелде: “Бына быныһы сәтин һымаҡ бер нәмә, бөрләнтин тиҙәрме, аршыны егерме биш тин ярым. Ҡыҙға күлдәк булыр тип алдым...”
Икенсе картинала ҡыҙылдарҙың Айҙаҡайға килеп инеүе һүрәтләнә. Саман кирбестән һалынған өйҙәр араһында ағастан төҙөлгән йорт тора, атлы ҡыҙылгвардиясының ҡулында – ҡыҙыл флаг. Куйбышев, эшселәрҙең батшаға ҡаршы күтәрелеүе тураһындағы юлдар ике картинала сағылыш тапҡан. Уларҙы төшөргәндә Рим ағайым Һамар (ул ваҡытта – Куйбышев) ҡалаһына барып, шул заводты табып һүрәтләгән.
Ырғыҙ” романының “Яңынан байҙар тупһаһында” тигән етенсе бүлегендә “Ныяҙғолдоң был старшина булыу байрамы өс көнгә һуҙылды...” тигән юлдар бар. Картинала ул күренеш тә сағылыш тапҡан. Ә икенсе бер һүрәттә “Боҙ оҙатыу” йолаһы атҡарыла. Ул элек Ырғыҙ буйында киң таралған булған. Үҙем былтыр татарҙарҙың Һамар өлкәһендә үткәрелгән байрамында булғайным. Шул ваҡытта ағайымдың картинаһын иҫкә төшөрҙөм дә, башҡорттарҙа был йола юҡҡа сыҡҡан икән, тип уйлап ҡуйҙым. Сираттағы һүрәттә иһә ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошо – бала тәрбиәләү, аш әҙерләү, өй йыйыштырыу – һынландырыла. Минеңсә, унда – сабыйҙары менән Гөлйөҙөм.
Айбулаттың зыяраты һүрәтләнгән картина айырым урында һаҡлана. Рим ағайым, ул фильм төшөргәндә ныҡ кәрәк буласаҡ, тип күҙаллаған.
Ике йыл элек Бөрө ҡалаһынан ҡайтып килгәнемдә Йәмилә еңгәм (ағайымдың ҡатыны) менән осраштым. Һамар өлкәһендә Һ. Дәүләтшинаның музейын булдырыу маҡсатымды әйтеп, еңгәмдең рөхсәте менән һүрәттәрҙе алып ҡайттым. Бына хәҙер ике йыл инде улар Һамар өлкәһендә һаҡлана. Һүрәттәрҙе “Ырғыҙ” романын китап итеп сығарғанда ҡулланһындар ине тигән теләк менән янам. Уларҙы уҡыусылар, студенттар күрер, картиналар буйынса инша яҙыр ине.
Һамарҙа сыҡҡан “Беҙ – башҡорттар” исемле журналда Рим Йыһангиров тураһындағы очергым донъя күрҙе. Ағайым 1940 йылдың 13 ноябрендә уҡытыусылар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. 1946 йылда аталары һуғыштан ҡайта, тик әсәләре ауырып үлеп китә. Фронтовик-уҡытыусы улдары Фрингель һәм Римде Өфөләге В.И. Ленин исемендәге мәктәп-интернатҡа урынлаштыра. Рим ағайым X класты тамамлағас, Ҡазан ҡалаһындағы һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ул билдәле рәссам Рәшит Имашев менән бергә белем ала. ВГИК-ты тамамлағас, Мәскәү киностудияһында, Өфөләге драма театрында эшләй. 1978 йылдың 7 февралендә йәшләй вафат була.
Уның атаһы – Ғилман ҡартатайым – Өфөләге В.И. Ленин исемендәге мәктәптә уҡығанында Р. Ниғмәти менән бергә Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарға барып йөрөгән. Әлбиттә, улар хаҡында улдарына ла күп һөйләгән.
Рим Йыһангировтың картиналары ярты быуатҡа яҡын тик ятҡан, уларҙы бер нисә күргәҙмәлә әҙ генә кеше күргән. Хәҙер был һүрәттәр Ырғыҙ буйында, бөйөк әҙибәнең Украинка ауылында йыһазландырыла башлаған музейында башҡорт халҡының тарихын һөйләй. Һәҙиә Дәүләтшинаның романын халыҡҡа еткерә улар.
Автор: Зөбәйҙә ХӘМИҘУЛЛИНА.
Район: Һамар өлкәһе.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө