Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әбйәлилдең данлы улы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 26 июнь 2012
Әбйәлилдең данлы улы
Күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның 70 йәшлек юбилейы айҡанлы байрам кисәләре дауам итә. Әҙиптең тыуған ауылы Амангилделә иһә сара айырыуса күңелле ойошторолдо. Әҙәби осрашыуға шағирҙың ҡәләмдәш дуҫы Венер Йәнбәков, шулай уҡ шағир Ғәле Ильясовтың тормош иптәше Шәрифә ханым, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Сәйҙә Ильясова, шағир Мәхмүт Һибәттең тормош иптәше Хәмдиә апай һәм башҡалар килде.
Осрашыу яҙыусының шәжәрәһе менән танышыуҙан башланды. Әхмәтҡужиндар шәжәрәһе быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, илебеҙгә данлы улдар һәм ҡыҙҙар бүләк иткән затлы тоҡомдарҙың береһе. Фойела Әсхәл Әхмәт-Хужа ижадына арналған күргәҙмә эшләне, түрҙән уның китаптары урын алды.
Шағир өсөн үҙе тәпәй баҫҡан ере, тыуған ауылы иң изгеләрҙән һанала. Бала саҡҡа йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡайтырға ярҙам иткән төрлө хәтирәләр, күңел кисерештәре, ауылдаштар менән йылы осрашыуҙар — быларҙың барыһы ла шағирҙың күңелендә тыуған ауылы өсөн ғорурлыҡ хисе уятмай ҡалманы. Байрам хужаһы, ҡыуанысын йәшерә алмайынса, былай тине:
— Шатлығымды уртаҡлашыр өсөн иң тәүҙә тыуған ауылыма ҡайттым, сөнки мине үҫтергән тыуған ер, атай нигеҙе үҙенә тарта, тап ошо төбәккә рәхмәтем сикһеҙ.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Раян Фәттәхов шағирҙы хөрмәтләп, уны иң беренселәрҙән булып ауылдың почетлы гражданы итеп ҡабул итте. Киләсәк быуында әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, йәш ижадсыларҙы табыу һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында Амангилде урта мәктәбендә Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге премия 2007 йылда булдырылған. Был юлы бәхет Миңһылыу Кирәева, Фәнис Низамов һәм Сынтимер Вәлиевтәргә йылмайҙы.
Кисәлә Әсхәл Әхмәт-Хужа һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Юбилей уңайынан һәүәҫкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина шағир һүҙҙәренә яҙған “Бала” исемле йырҙы тамашасыларға Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Сәйҙә Ильясова бүләк итте. Шағирҙың тәүге уҡытыусыһы Шәмсеҡәмәр инәй Дәүләтованың да ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе.
Арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир Ғәле Ильясовтың тормош иптәше Шәрифә ханым, ире вафат булғас, Әсхәл-Әхмәт Хужаның уларҙың ғаиләһен ташламағаны, бар яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Был көндө үҙ улын ололап, шағирға хөрмәт һәм ҡәҙер күрһәтеп, уның ижад кисәһен үткәреп, Амангилде халҡы үҙен дә ҙурланы, сөнки шәхестәрен күтәргән халыҡ — үҙе лә бөйөк.
Сығанаҡ:
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө