ӘКИӘТ ЯРАТҠАНДА... өмөт бар

ӘКИӘТ ЯРАТҠАНДА... өмөт бар
Өфөнөң башҡорт телле балалары республиканың башҡа ҡалаларында йәшәүсе балаларға ҡарағанда отошлораҡ хәлдәлер, моғайын, сөнки һуңғы йылдарҙа уларға башҡортса аралашырға, танышырға, дуҫлашырға мөмкинлек биреүсе бик матур саралар ойошторола килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадалар, башҡортса дискотека, "Шаяниум"дар... Былар, әлбиттә, туған телен һанлаған үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн ойошторолған саралар. Ә бына "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсы үҙ ҡанаты аҫтына телдәре яңы асыла башлаған ике-өс йәшлек кескәйҙәрҙән алып өлкән класс уҡыусыларына тиклем бергә туплаусы, уларҙы башҡорт телмәре байрамына йәлеп итеүсе сара. Уның аҙ ғына ваҡыт эсендә лә балалар һәм баш ҡалабыҙ йәмәғәтселеге алдында үҙен танытып өлгөрөүенә, йылдан-йыл абруй яулай барыуына "Афарин!" тимәксе инек бөгөн.
Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә иҫ киткес таҙа, матур, тойғоло итеп һөйләүсе балалар был конкурста телмәр оҫталыҡтарын үҫтереп кенә ҡалмай, бәлки, күңел донъяларын, фантазияларын да байыта. Өфө ҡала округы хакимиәте тарафынан ойошторолған "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы тамашасыны шуға инандырҙы ла инде. Үҙҙәренең йәш төркөмдәре буйынса Гран-при яулаған йәш әкиәтселәр сығышын ҡайтанан тыңлау бәхете тейҙе был көн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына килгән тамашасыларға. Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр араһында иң оҫта әкиәт һөйләүсе тип абруйлы жюри өс йәшлек Рамазан Ҡотлобаевты атаны, ул Дим районының 75-се балалар баҡсаһына йөрөй. Гөлназ Раил ҡыҙы - Рамаҙандың тәрбиәсеһе лә, әсәһе лә. Тормошондағы тәүге Гран-при эйәһен дәртләндерергә 6 йәшлек Наҙгөл апаһы менән атаһы Илдар Йомагилде улы ла килеп еткәндәр. Үҙенә таман ғына башҡорт еләне кейеп, кәттә ҡайыш менән билде быуған Рамаҙан үҙе ҙурлыҡ ҡама бүректе батыра баҫып кейҙе лә "Ялҡау кәзә" тигән әкиәтен яңғыратып һөйләп тә ебәрҙе. Аҙағына килеп еткәс, "Ошо кәзә кеүек ялҡау булырға ярамай!" тип бармаҡ янап ҡуйҙы хатта. Гөр килеп ҡул саптылар уға. 
1-3-сө урындарҙан тыш, "Әкиәт һөйләгәндә образ тыуҙырыу оҫталығы", "Иң яҡшы хәтерле әкиәтсе", "Иң тәмле телле әкиәтсе", "Әкиәт аша дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү", "Халыҡ әкиәттәренә һөйөү тәрбиәләү", "Әкиәтте оҫта һөйләүсе"тигән номинациялар булдырып, конкурста ҡатнашҡан балаларҙы дәртләндереү, күңелдәрен күтәреү уларҙы киләһе ярыштарға ла әүҙем йәлеп итәсәген яҡшы аңлап эш иткән ойоштороусылар. Шулай итеп, 1-4-се кластар араһында Гран-при М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 3-сө класс уҡыусыһы Искәндәр Мәхмүтов бәхетенә тейһә (етәксеһе Рәшиҙә Миңлейәрова), 5-7-се кластағылар араһында 76-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 5-се класс уҡыусыһы Динара Рәхимоваға эләкте (етәксеһе Фирүзә Хәсәнова). Был төркөмдәр араһында ла төрлө номинациялар буйынса бүләктәр алып ҡыуанды балалар. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереүҙә айырыуса ихлас ҡатнашты мәктәптәрҙең һәүәҫкәр артистары. Образға инеп, ролдәрен иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарҙы улар. Был конкурс буйынса Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының фольклор коллективына - беренсе, 18-се мәктәпкәсә балалар учреждениеһына икенсе урын бирелһә, 47-се һәм М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияларының йәш фольклорсылары 3-сө урынды бүлеште. "Бик матур байрам бара бында бөгөн, шатланып, ғорурланып ҡарап ултырабыҙ сығыштарҙы. Дүрт йыл эсендә был конкурс бик ҙур популярлыҡ яуланы - ҡарағыҙ әле: зал тулы халыҡ йыйылған, дәртләнеп, һәр әкиәткә ҡыуанып, һәр әкиәтсене хуплап, дәррәү ҡул сабып ултыра балалар. Тимәк, улар әкиәт ярата, ә әкиәт яратҡан кешелә өмөт бар, улар ғәҙәттә яҡшы, изге күңелле кеше булалар. Был матур байрамды ойоштороусыларға, балалар менән эшләүсе тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға һәм ошо байрамды тамаша ҡылырға килеүселәргә Өфө ҡала хакимиәте исеменән ҙур рәхмәт белдерәм", - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов үҙенең тәбрикләү сығышында. 
Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы һәм хуплауға лайыҡ күренеш булды: Өфө мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуға мөнәсәбәттең һәммәбеҙгә мәғлүм тиҫкәрелеге шарттарында был конкурс, бәхеткә күрә, балалар донъяһының бындай сикләнгәнлектән бик алыҫ һәм әллә нисә башҡа юғарыраҡ тороуын иҫбатланы. Конкурс ысын мәғәнәһендә толерантлыҡ, саф һәм изге күңеллелек өлгөһө булып тора, сөнки әкиәтте башҡорт телендә һөйләү уның төп шарты булыуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт балалары өсөн генә түгел, телде белә икән - унда теләге булған бөтә милләт балалары ла ҡатнаша ала. Һәм ғәмәлдә шулай килеп сыҡты ла: Дим районының 102-се гимназияһынан 5-се класс уҡыусыһы Светлана Федорова, сыуаш ҡыҙы, әкиәтте саф башҡортса, бер ниндәй акцентһыҙ, тойғоло итеп башҡарғаны өсөн "Башҡорт телен уңышлы өйрәнеү һәм пропагандалау" номинацияһында еңеүсе тип танылды (етәксеһе Рита Усманова). Башҡортса матур һөйләшкән татар телле балалар ҙа байтаҡ ине бында. Ни әйтәһең уларға - афарин! Ана шулай үҙҙәре һөйләгән әкиәт геройҙары кеүек, изге күңелле, белемле, донъяға киң ҡарашлы, аҡыллы граждандар булып үҫһен улар. Кем белә: тап бына ошо сәхнәнән, тылсымлы әкиәт донъяһынан уларҙың киләсәгенә, яҙмыштарына тура юл һалыныр: кемдәрелер үҙҙәренә әкиәттәр уҡыған апайҙары кеүек уҡытыусы, кемдәрелер яҙыусы, кемдәрелер сәхнә оҫталары - артист булып китер... Бирһен Хоҙай!
Автор: Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb