Әлшәйҙең моң вокзалы

Әлшәйҙең моң вокзалы
Минең бындай вокзалда булғаным юҡ ине әле. Бынан юл бер генә тарафҡа – моң донъяһына. Бәй, ундай вокзал да буламы ни тиһегеҙме? Була икән шул! Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, һөйләп бирәм.
...Бына Өфөнөң Йәштәр һарайы сәхнәһендә ҡоролған "Раевка" вокзалына "Раевка – Өфө" поезы килеп туҡтаны. Әле генә тик торған перрон ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнарға тотондо. Кемдер ауыр йөгөн йөкмәп ҡайҙалыр ашыға, берәүҙе ҡаршылайҙар, икенсене оҙаталар. Бик асығып китһәң, эҫе бәлеш һатыусылары ла буш итмәҫ, сарсап китһәң, һыуы ла әҙер... 
Иң мөһиме – поезд вагон-вагон күстәнәс тейәп килгән икән. Моң күстәнәсе! Йәғни Әлшәй районында тыуып үҫкән "йондоҙҙар" баш ҡалабыҙ халҡын йыр-моң менән кинәнгәнсе һыйланы. 
Табынды йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин асып ебәрҙе. Уның башҡарыуындағы "Йәшлегемә ҡайтам" йыры шығырым тулы залда ултырыусы яҡташтарын тыуған яҡҡа алып ҡайтҡандай булғандыр, моғайын. Шулай уҡ Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуындағы йырҙар ҙа был һағышты арттырып, тыуған ерендә күптән булмаусыларҙың күҙҙәрен йәшләндерҙе. 
Тамашала һағышланып, илашып ҡына ултырғандар икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Эс ҡатҡансы, рәхәтләнеп көлөрлөк мәлдәр ҙә етерлек булды. Әлшәй кейәүе Яҡуп Шәриповтың ахмаҡ булып ҡыланыуынан, Әлшәйҙең яҡын дуҫы Рәүис Заһитовтың "һөйгәне менән үбешеүе"нән тамашасы бот сабып көлдө. 
Ғөмүмән, тамаша күңелдәргә хуш килде. "Полиция хеҙмәткәре" Шәүрә Дилмөхәмәтованы, бейеүсе Марат Әсәҙуллинды, моң алиһәһе Ғәлиә Солтанованы, Азалия менән Урал Рәшитовтарҙы, Нурия Абдуллинаны һәм башҡаларҙы устары янғансы алҡышланы тамашасы. 
Ә инде Әлшәйҙең, улай ғына ла түгел, Башҡортостандың данлы шәхестәре – шағирҙар Рәшит Шәкүр менән Гөлфиә Юнысованың ҡанатлы шиғырҙары халыҡ йөрәген елкендермәй ҡалмағандыр. Розалия Солтангәрәеваның мәшһүр "Урал батыр" эпосынан һамаҡ әйтеүе тыуған ергә мөхәббәт гимны булып яңғыраны. 
Күпме һөйләһәң дә, балдың тәмен татымайса белеп булмай. Әлшәй таланттарының "Йондоҙло вокзалы"на эләгергә мөмкинлек тыуа ҡалһа (бәлки, тағы сәхнәгә сығырҙар), форсатты ҡулдан ысҡындырмағыҙ. 
 Шуны ғына өҫтәп әйтәм: бәрәкәтле Әлшәй ерендә тыуған таланттар араһында исемдәре республикаға, Рәсәйгә, донъяға билдәле, атҡаҙанған, халыҡ исемен йөрөткән, күкрәгендә орден-миҙалдар балҡыған шәхестәр байтаҡ. Үрҙә уларҙың исемдәре эргәһенә дәрәжәләрен теҙеп яҙыуҙы кәрәк тип тапманым, сөнки уларҙың барыһын да талант һәм тыуған ергә булған мөхәббәт тигән иң бөйөк "дәрәжә" берләштерә. 
Тамашанан һуң күптәрҙең ауыҙынан шундай һүҙҙәр ишетелде: "Концерт шәп булды. Һоҡланып туя алманыҡ!" Был һүҙҙәрҙе ошо күркәм тамашаны Өфө халҡына бүләк иткән Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафинға төбәге килә.
Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb