М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Артур Кәбиров йырлы-моңло сәйәхәткә саҡыра

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Артур Кәбиров йырлы-моңло сәйәхәткә саҡыра

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров йырлы-моңло сәйәхәткә саҡыра - 31 ғинуарҙа ул үҙенең акустик концертын тәҡдим итә. «Яңғыҙ юлаусы» тип аталған концертында уның юлдаштары - Айгөл Мөслимова (скрипка), Марина Яковлева (флейта), Рәмис Хәкимов (синтезатор), Рәсим Лоғаманов (һуҡма инструменттар) һәм Илшат Дәүләтбирҙин (соло-гитара).

Артур Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған, театрҙа эшләгән 12 йыл эсендә 28 ролдә уйнаған, улар араһында - Рәми Ғарипов («Февраль.Буран…»), Закир («Ҡара йөҙҙәр»), Тимерхан («Нәркәс»), Ильяс («Хыялға ҡаршы») һәм башҡа популяр геройҙар бар. Эстрадала ла Артур Кәбиров исеме күптәргә таныш, гитараны юлдаш иткән йырсы үҙ тауышы, үҙ моңо менән күптәрҙең күңеленә үтеп инде, бигерәк тә Р.Ғарипов һүҙҙәренә композитор И.Яхин яҙған «Минең йондоҙом» йыры моңһөйәрҙәр араһында хитҡа әйләнде. Артур үҙе лә шиғырҙар һәм йырҙар яҙа, төрлө ижади проекттарҙа ҡатнаша.

Артур Кәбиров үҙен киноактер булараҡ та һынап ҡараны – «Ҡырағай» (режиссеры Ф.Үтәрбаева) һәм «Урғала» (режиссеры Айнур Асҡаров) фильмдарында уйнаны.

        

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb