Башҡорт академия драма театры яңы премьераға саҡыра

Башҡорт академия драма театры яңы премьераға саҡыра

«— Иғтибар, хәүеф янай! Тиҙ арала йорттан сығыуығыҙ һорала!

Был яңылыҡ йәшен тиҙлегендә тарала һәм иҫке, онотолған ҡала ихатаһы ваҡиғалар үҙәгенә әйләнә — әйтерһең, бөтә ер шары ошо йорт тирәләй әйләнә башлай. Бомба – ошо йортта йәшәүселәр өсөн ҡайғылы хәбәрме, әллә… яңы тормошҡа өмөт микән?!»

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы премьераға саҡыра. Спектаклдең премьераһы 2019 йылдың 26 июндә сәғәт 19:00 уҙасаҡ.

Спектакль авторҙары: режиссеры – Фирғәт Ғарипов, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев.

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина, Айнур Ситдиҡов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов, Руслан Хайсаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин.

Театр кассаһы: 8(347)272-35-33. Электрон билет алыу – http://bash.bashdram.ru/repertoire

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/bashkirskij-dramteatr-priglashaet-na-premeru-spektaklya-bomba

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb