Бөгөн баш ҡалала «Ҡош юлы. балалар» башҡорт бард йыры конкурсы уҙҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Тамыр» телеканалы һәм «Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте ағзалары менән берлектә ойошторолған проект икенсе тапҡыр ойошторолдо. Финал республика төбәктәренән барлығы 18 баланы бергә йыйҙы.
Гран-приға Баймаҡ районынан Ильяс Ҡотоев лайыҡ булды. Әйткәндәй, ул гитарала дүрт-биш айҙа уйнарға өйрәнеп ул балалар араһында ойошторолған «Ҡош юлы» проектында һынап ҡарарға йөрьәт итә.
Беренсе урынды — Әбйәлил районынан Ләйсән Мәғәфүрова, икенсе урынды Федоровканан Нәркәс Маликова һәм Әбйәлил районынан Динислам Ишмурзин яуланы, ә Ғафури районынан Алһыу Шәйхулова өсөнсө урынды алды.
Ҡатнашыусылар араһында классик йырҙарҙы гитара ҡылдарына һалып башҡарыусылар ҙа, республиканың билдәле эстрада йырсыларының репертуарынан алынған композицияларҙы һайлаусылар ҙа табылды.