Башҡортостанда Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» марафоны уҙҙы

Башҡортостанда Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» марафоны уҙҙы

Кисә, 19 июндә, Рәсәй Федерацияһының, Карелия Республикаһының, Чечен Республикаһының, Ингуш Республикаһының халыҡ артисы Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны үтте.

«Рус йыры» марафоны 10 июндән 19 июнгә тиклем Башҡортостандың Благовещен, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай, Учалы, Өфө ҡалаларында үтте.

«Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны 2007 йылдан алып ойошторола һәм ул Рәсәйҙең күп ҡалаларында була. Быйыл Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл икәнлеген белгәс, Надежда Бабкина республика буйлап сәфәргә сығырға ҡарар итә, һәм яңылышмай.

Фоторепортаждар: http://www.песни-россии.рф/press_center/photogallery/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb