Бөгөн немец яҙыусылары Андреас Гётц һәм Ангелика Йодль менән осрашыу үтте

Бөгөн немец яҙыусылары Андреас Гётц һәм Ангелика Йодль менән осрашыу үтте

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Көнсығыш һәм көнбайыш: Башҡортостан һәм Германия яҙыусыларының диалогы” темаһына түңәрәк өҫтәл һәм немец яҙыусылары Андреас Гётц һәм Ангелика Йодль менән осрашыу үтте.

Конференцияла “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире, прозаик, Степан Злобин исемендәге премия лауреаты Юрий Горюхин, ошо уҡ баҫманың баш мөхәррир урынбаҫары, “Сады лицея” премияһы лауреаты, прозаик һәм шағирә Светлана Чураева, БашДУ-ның сит телдәр һәм профессиональ коммуникация кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Ғәлиә Хисмәтуллина һәм журналист, прозаик, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт Йәштәр премияһы лауреаты Игорь Савельев ҡатнашты.

Мюнхен әҙәбиәтселәре Башҡорт дәүләт университеты ойошторған  Немец теле аҙналығы сиктәрендә башҡалаға саҡырылған ҡунаҡтар. Улар шулай уҡ “Бельские просторы” журналы үткәргән проект та ҡатнаша. Проекттың маҡсаты - Башҡортостан уҡыусыларын немец әҙәбиәте менән таныштырыу.

Германияның Мюнхен ҡалаһында ижад итеүсе Андреас Гётц йәштәр триллеры жанрында ижад итеүсе яҙыусы. Авторҙың “Умри тихо, мой ангел”, “Ты слышишиь смерть” китаптары рус теленә тәржемә ителгән һәм Мәскәү ҡалаһының “Эксмо” нәшриәтендә донъя күргән. Тарихи романдар авторы Андреас Гетц күбеһенсә йәштәр өсөн яҙа, ул 3 китап авторы.

Андреас Гётц интернет телендә түгел, ә “әҙәби телдә” ижад итеүен, йәштәр телендә яҙыу кәрәкмәгәнлеген, ул телдең тиҙҙән моданан сығыуын әйтеп уҙҙы. Ул Германияла иң популяр булған рус авторы Сергей Лукьяненконының “Ночной дозор” китабын билдәләп үтте.

Ангелика Йодль- яҙыусы ғына түгел, фән докторы, лингвист, Мюнхен ҡалаһының юғары уҡыу йорттарында немец теленән дәрестәр бирә, лекциялар уҡый. Ул “Грамматика беговых лошадей” романының авторы, Өфө ҡалаһына килеүе икенсе тапҡыр. “Минең әҫәрҙәремдең геройҙары - Германияла йәшәүсе рус халҡы. Уларҙың тормошон, көн-күрешен сағылдырған әҫәрҙәр ижад итәм. Беҙҙең дөйөм уртаҡлыҡтар бик күп”,- ти.

 Ангелика Йодль үҙ сығышында рус әҙәбиәтенә ҡарата һөйөүен йәшермәне: “Әҙәбиәт алиһәһе” ул - Виктория Токарева. Яратҡан яҙыусының китаптары һәр саҡ минең менән”,- тине.

Өфө журналистарын немец яҙыусыларының цензураға ҡарашы ныҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Ангелика Йодль барлыҡ һорауҙарға ла ихлас яуап ҡайтарҙы һәм: “Баҫманы нәшер итеүсе яҙыусыға сик ҡуя икән, тимәк был “коммерциялы цензура. Дәүләт тарафынан цензура юҡ”,- тип әйтеп үтте.

 “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин: “Беҙ, ғөмүмән, журналыбыҙҙа Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар әҙәбиәтенең әҫәрҙәрен баҫтырабыҙ. Киләсәктә немец яҙыусыларының ижад емештәре лә тәржемәләнеп, баҫма биттәрендә донъя күрер”, тигән теләктәр яңғыратты.

 Түңәрәк өҫтәл йәнле һөйләшеү менән үрелеп барҙы. Германия ҡунаҡтары тәржемәселәр ярҙамында аралашһа ла, ике яҡ ил вәкилдәре лә тотҡарлыҡһыҙ әңгәмә ҡора алды.

Матбуғат конференцияһында Германия һәм Башҡортостан яҙыусыларын бер үк һорауҙар, мәсьәләләр борсоуы асыҡланды. Популяр темаларға һорауҙар яңғыраны, күбеһенсә сит илдә ижад итеүсе рус яҙыусыларының тормошо барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы.

Өфөлә Немец теле аҙналығы дауам итә. Иртәгә, йәғни 11 апрель көнө, өфөлөләрҙе Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йәнә немец яҙыусылары менән осрашыу көтә.

 

Автор: Гүзәл Багаева

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb