Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре «Беренсе Республика» фильмды ҡаранылар

Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре «Беренсе Республика» фильмды ҡаранылар

Кисә, 14 августа, Рәсәй Федерацияһының төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре режиссер Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» фильмының махсус күрһәтеү ҡаранылар.

Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы ватандаштарыбыҙға ныҡ оҡшаны. Өфө ҡунаҡтары ҡуйыусы төркөмгә йылы һүҙҙәр әйткәндәр.

Әйткәндәй, Булат Йосоповтың картинаһы башҡорт профессиональ сәнғәтенә, әҙәбиәтенә, драма һәм музыка театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары хаҡында һөйләй. Күпселек геройҙарҙың тормошо ҡулға алыуҙар һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрә, ә күптәренең ғүмере 1938 йылдың 10 июлендә өҙөлә, нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр халыҡ дошманы тип атып үлтерелә.

Төп ролдәрҙе республика театрҙары актерҙары бик оҫта итеп уйнаны: композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов — Рафиҡ Хәсәнов, яҙыусылар Ғабдулла Амантай — Фәнил Толонғужин, Дауыт Юлтый — Рәмзил Сәлмәнов, актриса Зәйтүнә Бикбулатова — Рушанна Бабич, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина — Лилиә Исҡужина, актер Вәлиулла Мортазин-Иманский — Руслан Хайсаров, режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев — Артур Ҡунаҡбаев, журналист Ҡасим Аҙнабаев — Роберт Йылҡыбаев, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин — Илгиз Миңлеәхмәтов. Иң тәьҫирле ролдәрҙең береһе — буласаҡ балет йондоҙо Нинель Юлтыеваның яҙмышы.

Фильмда Милли симфоник оркестр башҡарыуында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һәм композитор Рөстәм Сабитовтың музыкаһы яңғырай, «Сайҡалалар кәмәләр» йырын Айгиз Ханов йырлай.

Ҡуйыусы оператор — Илья Пономаренко, ҡуйыусы рәссам — Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам — Әлиә Байрамғолова, грим оҫтаһы — Олеся Никанорова.

Тулыраҡ: Делегации башкир от субъектов РФ посетили спецпоказ фильма "Первая Республика" Булата Юсупова

 

Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре «Беренсе Республика» фильмды ҡаранылар
Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре «Беренсе Республика» фильмды ҡаранылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb