Бөгөнгө ансамблдәр бейеү ҡуйыусыларға мохтаж, шулай бит? Һеҙҙә был мәсьәлә нисек хәл ителә? Бөгөнгө бейеүҙәргә артыҡ стилләштереү, модернизациялау хас кеүек. Бер мәл килеп халыҡсан бейеү һалыусыларһыҙ ҡалып ҡуймаҫбыҙмы икән? М. Солтанов: Эйе, бындай хәүеф юҡ түгел. Әммә халыҡсан бейеү ҡуйыусыларыбыҙ ҙа бар әле, улар таштар араһындағы гәүһәр кеүек кенәләр, әммә бар. Үкенескә ҡаршы, тарихты, фольклорҙы, халыҡ ижадын ентекле өйрәнеп, костюмдар буйынса оло тикшеренеүҙәр алып барып, һәр хәрәкәтте, ымды, мимиканы еренә еткерә белеүсе оҫталарыбыҙ олоғайып китте. Ә беҙ бары тик шундай оҫталар менән генә эшләп өйрәнгәнбеҙ. Һуңғы бейеүҙәребеҙҙе шундай оҫталар - Риф Ғәбитов, Валерий Степанов, Динислам Исҡужиндар ҡуйғайны.
И. Ноғманова: Йәш бейеү һалыусыларға тап ана шул эҙләнә белеү, хатта рух етмәй. Сөнки рухы булған кеше мотлаҡ үҙенең тарихы һәм халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынасаҡ. Ә былар барыһы ла ғаилә тәрбиәһенән килә. Атай-әсәй бәләкәйҙән балаһының күңеленә тыуған илгә, милләткә, уның йәшәйешенә һөйөү орлоғо һалырға тейеш. Йәштәргә улар сәнғәт һәм мәҙәниәттең төп асылын, уны мәңгелек итеү серҙәрен төшөнһөн өсөн ошондай темаларға семинарҙар, тренингтар үткәрергә ине...
Ғаилә тәрбиәһе, тигәндән, һеҙҙе кемдәр былай рухлы итеп тәрбиәләне? Ниндәй юлдар алып килде ошо өлкәгә?
И. Ноғманова: Минең атай-әсәйем йырсы һәм гармунсы булды. Баймаҡтың Кәкре ауылындағы бер өмә йәки мәжлес тә уларһыҙ үтмәй ине. Элек бит кешелә кемделер аҡсаға яллап эшләтеү тигән төшөнсә булманы. Һәр оло эш байрам шикелле итеп, өмә менән үтте. Ул өмәләр аҙаҡ йыр-бейеүле мәжлес артында ризаландырылды. Мин иһә ҙур ғаиләләге кинйәкәү. Ә кинйәкәүҙәргә атай-әсәй артынан эйәреп йөрөү хоҡуғы бирелә. Шулайтып, ололар мәжлесенә йөрөй торғас, уларға ҡушылып йырлап-бейеп, әртис булып киттем. Аҙаҡҡараҡ әсәйем мине уҡытыусы йә бухгалтер итергә ныҡышты. Әммә һуң ине инде, улар үҙҙәре лә уйламайынса, миндә сәнғәткә һөйөү тоҡандырғайны.
С. Мөхәмәтйәнов: Мин дә Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы кеүек бәләкәйҙән һабантуйҙарҙа, концерттарҙа йырлап йөрөнөм. Ағайымдың табындарҙа йырлағанын ауыҙ асып тыңлап, "Юлдаш" каналы йырсыларын, алып барыусыларын ҡабатлап, йырсы булырға хыялланып үҫтем. Әсәйемә лә рәхмәт, ул миндәге был һәләтте баҫманы. Әгәр ул шул саҡ: "Егет кешегә заманға ҡулайлы һөнәр һайларға кәрәк", - тиһә, бәлки, мин икенсе юлдан китеп, күңелемде һындырған да булыр инем. Ул инде, киреһенсә, төрлө конкурстарға йөрөттө, минең уңыштарым өсөн һөйөндө. Шунлыҡтан, башҡа юл йәки һөнәр хаҡында уйлағаным да булманы. Тик шуныһы: Өфөгә театр артисы булырға тип килгәйнем. Ул йылда сәнғәт институтында был бүлек ҡабул итмәй булып сыҡты һәм мин вокал бүлегенә инеп киттем...
М. Солтанов: Мәктәпте тамамлайһы йылда уҡытыусылар "Кем булаһың?" тигән һорауҙы йыш бирә ине. Һәр береһенән һорап киләләр ҙә, мине төшөрөп ҡалдыралар һәм минең фамилия тәңгәленә "Марат - культпросвет", тип яҙып ҡуялар. Ә минең географияны өйрәнге килә, шул тиклем оҡшай торғайны ошо фән. Тик барыһы ла мине артист итергә тырышты. Хатта әсәйем дә "географ булам" тигәнемде "хореограф булам" тип аңлаған булған. Һәм мине атайым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу техникумына алып килде. Мин инде атай-әсәй теләген үтеп, шунда уҡырға тороп ҡалдым...
Ансамблдә эшләү үҙе бер айырым донъялыр ул. Бейеүселәрҙең, театр актерҙарының репетицияларында ултырғаным бар. Режиссер артистарҙы шундай бер сиктә тота, уның бар иреген, теләктәрен сикләй кеүек. Артистар тик уның әйткәндәрен, ҡушҡандарын ғына үтәп, үҙенең шәхес үҙенсәлектәрен бөтөнләй үлтерә кеүек. Кем аңлата ала бындай эш алымын?