Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә бәйле Өфөлә иҫтәлекле саралар үтә

Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә бәйле Өфөлә иҫтәлекле саралар үтә

22 июнь-Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Был көндө 78 йыл элек немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡырыла.

Фашистар ҡәлғәне 8 сәғәт эсендә алырға күҙ аллаһа ла, беҙҙең 30-ҙан ашыу милләт кешеһенән торған ярым тере һалдаттар ике ай буйына аҙыҡһыҙ- һыуһыҙ тиерлек йәндәрен аямай һуғыша...

Шулай башланып киткән был аяуһыҙ һуғышта халҡыбыҙ еңеп сыға. Һуғыш башланған көн 1996 йылдан бирле Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Һәм 2019 йылдың 22 июнендә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә бәйле Өфөлә иҫтәлекле мәҙәни саралар үтә.

Тулы программа бында: В Уфе пройдут мероприятия ко Дню памяти и скорби

Булмаһын һуғыш! Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb