Иртәгә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана

Иртәгә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана

Иртәгә, 2019 йылдың 12 июнендә, Рәсәй көнөндә һәм Өфө ҡалаһы көнөндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана.  Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале – дүрт көн эсендә Өфөнөң  Конгресс-холл  амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы берләштергән ҙур тамаша майҙансығы ул.

Фестивалдэң беренсе көнө, 12 июнь, Милли кейем байрамынан асыла. Әйткәндәй, беҙҙең милли кейемдәге Әйлән-бәйлән Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелде. Быйыл ҙа милли кейем байрамында Башҡортостанда йәшәгән халыҡ вәкилдәре ҡатнаша, шулай уҡ Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам, Нигериянан студенттар сығыш яһай. Ижади коллективтар ғына түгел, ғаилә, балалар менән дә ҡатнаша. Өфө ҡалаһынан 600 кеше ғариза бирҙе. Ҡатнашыусылыр 18:00 сәғәттә Башҡорт драма театры янына йыйыла һәм амфитеатр яғына атлайҙар. Һәм ошонда, амфитеатр сәхнәһендә, тамашасыларҙы «Арғымаҡ» һәм «Ингервала» төркөмдәре ҡатнашлығында концерт көтә. Сәғәт 8-ҙә Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестивале асыла. Фестивалдең беренсе көнөндә Би 2 төркөмө сығыш яһай һәм Ҡала көнө уңайынан фейерверк була.

13 июндә Симфоник төндә Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры һәм Милли симфоник оркестры сығыш яһай. Симфоник төндө солистар Аскар Абдразаҡов, апалы-һеңлеле Терентьевалар һәм башҡалар дауам итә.

14 июндә танылған солистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында республиканың 100 йыллығы уңайынан «Алға, Башҡортостан!» тигән концерт була. Башҡортостандың баш ҡалаһына Алһыу, «Пицца», Рушана Вәлиева, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Элвин Грей, «Бүреләр», «Заман», РНТ, Роберт Юлдашев килә.

15 июндә фестиваль ҙур гала-концерт менән тамамлана. Яҡташыбыҙ, Салауат районында тыуып үҫкән Азат Шахмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры килә. Шулай уҡ Мәликә Разакова, Владимир Маркин сығыш яһай. Хедлайнер — Эмир Кустурица менән No Smoking Orchestra.

Фестиваленең һәр көнө салют менән тамамлана.

Тулыраҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/k-festivalyu-serdce-evrazii-mozhno-budet-prisoedinitsya-po-vsemu-miru

 

Иртәгә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана
Иртәгә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана
Иртәгә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb