Мартта Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы үтәсәк

Мартта Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы үтәсәк

14 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур сәхнәһендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы үтәсәк!

Был матур көндө Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы ала.

Хөрмәтулла Ғаззали улының бәхетле миҙгелдәре, шатлыҡтары, уңыштары–ҡаҙаныштары, уйнаған ролдәре, ҡуйған спектаклдәре, ғөмүмән, уның ижадына һәм тормошона арналған кисәлә танылған сәхнә йондоҙҙары, «Йатаған» этно-төркөмө, «ZAINETDIN» этно-шоу проекты, RNT, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының актерҙары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеләсәк.

Башлана18:00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb