Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
"Шоңҡар осһа - йөн сәсер, сәсән үтһә - һүҙ сәсер"
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 24 октябрь 2016
"Шоңҡар осһа - йөн сәсер, сәсән үтһә - һүҙ сәсер"
Сәсән – һәр замандың абруйлы, ихтирамлы милләт остазы, ғәҙеллеккә үтә һиҙгер һәм, ер-һыуын, халҡын яҡлап, данлап, рух күтәренкелеген тотоусы тапҡыр һүҙле шағир, ярһыу хисле ижадсы.
Борон-борондан сәсәндәр илдең киләсәген ҡайғыртыусы, бөгөнгөһөн яйлаусы, үткәнен йөрәгендә йөрөтөүсе ырыуҙарҙы үҙ-ара бәйләгән, халыҡты илһөйәрлеккә әйҙәгән көс булған.
Бөгөн Өфөлә, 24 октябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленең гала –концерты булып уҙҙы.
Ике көн дауамында барған бәйге, 23 октябрь көнө, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында фестивалде асыу тантанаһы менән башланып китте. Фестивалдә 60-ҡа яҡын ҡатнашыусы теркәү алғайны.
Бәйгелә Алтай, Дағстан,Ҡаҙаҡстан,Ҡалмыҡ, Карелия, Ҡырғыҙ, Тыва, Саха(Якутия), Хакасия илдәренән иң шәп сәсәндәр ҡатнашты. Башҡортостан данын Сибай, Өфө, Ишембай ҡалалары, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил Учалы, Хәйбулла, Ғафури, Әлшәй райондары сәсәндәре яҡланы.
Баһалама рәйесе - башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев премияһы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәт Сөләймәнов.
Жюри ағзалары:
филология фәндәре докторы, «Айгине» мәҙәни-тикшереү үҙәге директоры Гөлнара Айтпатова (Ҡырғыҙыстан);
Леонид Собинов исемендәге Саратов консерваторияһы халыҡ йыры кафедраһы доценты,Рәсәй Фәндәр Академияһының профессоры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы Елена Сапогова;
Шағир, яҙыусы, фольклорист, филология фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Иван Карпухин;
Сәсәндәр үҙәге етәксеһе, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфисә Тулыбаева;
Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре, жюриның яуаплы сәркәтибе Гөлгөнә Баймырҙина .
Ҡунаҡтар билдәле башҡорт сәсәндәре исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы байҡаны.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Урал батыр саҡырыуы буйынса» темаһына конференция уҙғарылды.
Бәйге сиктәрендә башҡорт халыҡ эпостары темаһына һүрәттәр, китаптар, музыкаль инструменттар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Бөгөн Гала-концерт башланыр алдынан, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының фойеһында “Асыҡ тирмә” фольклорсылары ҡатнашлығында әйтеш әйтеү интерактив майҙанында сәсәндәр ярыш алып барҙы. Әйтеш – башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ халыҡтарында аҡын, сәсәндәрҙең халыҡ алдында ойошторолған шиғри бәйгеһе, ярышы. Ул бөтә асылы менән ауыҙ-тел әҙәбиәте жанры. Ике кешенең шиғри бәйгеһе үҙ мәлендә үк төплө, мәғәнәле һорау биреүҙе, уға кинәйәле, йөкмәткеле яуап табыуҙы талап итә. Әйтеш, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижадсыһының оҫталыҡ кимәлен билдәләүсе жанр, «импровизаторлыҡ сәнғәтенең иң юғары нөктәһе».
Сәсәндең бурысы- шиғри һүҙ ярҙамында башҡаларға мөрәжәғәт итеү генә түгел, уларҙы уйланырға мәжбүр итеү, рухын уятыу, ғәм менән йәшәргә өндәү.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткән фестивалдең гала-концертында, ысынлап та, иң-иңдәре генә, халыҡ сәсәне исеменә лайыҡлылар ғына сығыш яһаны.
“Зәйнетдин”,”Ятаған” этно-төркөмдәренең сығышы концертҡа йәм өҫтәне, алҡыштарға күмелде.
Ниhайәт, тулҡынландырғыс мәл етте, Фестивалден Гран-при, “Халыҡ сәсәне” исеменә Ғафури районынан Илhам Байбулдин лайыҡ булды.
Фестиваль лауреаттары: Батр Манджиев (Ҡалмыҡ), Аясмаа Тулуш (Кемеров өлкәһе), Д оолотбек Садыҡов (Ҡырғыҙыстан), Зоя Стрекаловская (Яҡут) Софья Брусникина(Архангельск ҡалаһы), Алибай Романов (Дағстан), Розалия Солтангәрәева (Өфө), Асия Ғәйнуллина (Сибай).
Шулай уҡ дипломанттар билдэләнде: Фәрхәт Оразов (Ҡаҙаҡстан), “Алпамыша” этно -төркөмө (Учалы районы), Сибай сәнғәт колледжынан “Талир тәнкә” этно-төркөмө, “Сал Урал” этно- төркөмө(Учалы районы), Мария Александрова (Карелия), Эмиль Теркишев (Алтай), Вячеслав Кученов (Хакасия), Мәүлит Ямалетдинов (Учалы районы).
Тамашасылар шәп кәйеф, күтәренке күңел менән таралыштылар.
Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡылары, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөләре: “Мөйтәнбей”, “Урал батыр”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” ,“Алпамыша” эпостарынан өҙөктәр яңғыраны.
Шулай уҡ тамашасылар бәйгеселәр башҡарыуындағы «Алып-Манаш», Манас «Чон казат», «Кюн Ньургун», «Канкыс», «Айдолай» эпостарын ихлас күңелдән тыңланылар.
Сәсән – әйҙәүсе, тәрбиәсе, тарихсы, пропаганда алып барыусы.
Ә бөгөн, тәрбиәүи, мәҙәни, әхлаҡи ҡиммәттәргә замана шауҡымдары арҡаһында мөнәсәбәт-ҡараштар үҙгәргәндә, сәсәндәр хәрәкәтен, ижадын әүҙемләштереү, даирәһен киңәйтеү зарур.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө