Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Шүлгәнташ” - төбәктең ғилми һәм мәҙәни үҙәгенә әүереләсәк
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 19 октябрь 2016
“Шүлгәнташ” - төбәктең ғилми һәм мәҙәни үҙәгенә әүереләсәк
2016 йылдың 19 октябренән алып 2 ноябренә тиклем Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни комплексына Андорра кенәзлеге, Андорра-ла-Велья ҡалаһынан эксперт, реставратор Гийаме Антон Эудаль килеүе көтөлә.
Ғилми-етештереү үҙәге хәбәр итеүенсә, артабанғы тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн мәмерйәнең беренсе этажында реставрация эштәре башҡарыласаҡ. Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни комплексы хеҙмәткәрҙәре хәҙерге заман граффити һүрәттәрен таҙартыу һәм юйыу оҫталыҡтарына өйрәтеләсәк.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре Гөлдәр Йомашеваның “Башҡортостан” гәзитендә “Ике башланғыстың сикһеҙ көрәше...” исеме аҫтында донъя күргән мәҡәләһен, тулы мәғлүмәти сығанаҡ булараҡ тәҡдим итәбеҙ:
“Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостандың халыҡ күп йөрөгән туристик комплекстарының береһе. Ошо мөғжизәне күреү маҡсатында йыл әйләнәһенә бында ун меңгә яҡын кеше килә, шулай ҙа ҡыш айҙарында был һан ҡырҡа кәмей.
Оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған күҙәтеүҙәр Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның биләмәһе микроклиматының үҙгәреүен раҫланы. Был йәмәғәтселектә борсолоу тыуҙыра, сөнки таштағы һүрәттәрҙең торошон һаҡлауҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙы.
Бөгөнгә тиклем мәмерйә эсендә контролһеҙ, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ белдеге менән үткәрелгән фәнни тикшереүҙәр ҙә палеолит осоронан ҡалған һүрәттәрҙең торошонда сағылыш таба һәм рәсемдәргә кире йоғонто яһай. Бындай күренеш 1970 – 1980 йылдарҙа Франция һәм Испания илдәренең мәмерйәләрендә лә күҙәтелә, һөҙөмтәлә улар туристар өсөн бөтөнләйгә ябыла.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин белдереүенсә, сит ил белгестәренең палеолит осоро һүрәттәрен һаҡлауҙа туплаған тәжрибәһен төплө өйрәнгәндән һуң, комплекслы объектты музейға әйләндереү Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлауҙа бик урынлы һәм уңышлы юл тигән һығымта яһала. Франция һәм Испания илдәренең музей комплекстары өлгөһөндә, республикабыҙҙа ла музейҙар селтәре булдырыу – төп ниәттәрҙең береһе.
Проектҡа ярашлы, заманса йыһазландырылған, дизайны һәм формалары тирә-яҡ ландшафт менән тулы бәйләнештә булған төп бинаға мәмерйәне һәм палеолит һүрәттәренә арналған музейҙы индереү күҙаллана. Үҙәк бина визуаль рәүештә тоташҡан массивтарҙан торасаҡ. Ике башланғыстың сикһеҙ көрәшен сағылдырған формалар һәм төҫтәр урын аласаҡ: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, йәшәү һәм үлем, йәшлек һәм ҡартлыҡ...
Бинаның яҡшылыҡты һәм яҡтылыҡты сағылдырған өлөшөндә ғилми-тикшеренеү үҙәге, офис бүлмәләрен урынлаштырыу күҙҙә тотола, ә инде ҡараңғылыҡ темаһы сағылған яҡта Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермә моделе урын алыр.
Бинаның фасады, эргә-тирәһендәге һуҡмаҡтарҙың башҡорт милли орнаменттары нигеҙендә биҙәлеүе, музейҙың айырым корпустарына башҡорт халыҡ эпосы геройы – Урал батырҙың улдарының исемдәрен биреү планлаштырыла. Паркты һәм ял урындарын да башҡорт халыҡ эпостары һәм легендалары сюжеты буйынса биҙәү күҙаллана. Мәҫәлән, Йылҡысыҡҡан күле буйында эйәренә булат ҡылыс таҡҡан Аҡбуҙаттың скульптураһын ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт халыҡ байрамдарын, йолаларын һәм этнофестивалдәр уҙғарыу өсөн махсуслаш-тырылған майҙан булдырыу ҙа ҡаралған.
Төп бинанан тыш асыҡ һауала “Боронғо һунарсы”, “Боронғо кешенең хужалыҡ ҡора-малдарын реконструкциялау” һәм “Солоҡ балы” музейҙарын төҙөү күҙалланған.
“Боронғо һунарсы” музейында башҡорт халҡының XVIII – XX быуаттарҙа ҡош аулау, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ысулдарын сағылдырған экспозициялар урын аласаҡ.
Тире эшкәртеү, таш ҡорамалдар, керамик һауыт-һаба, һөйәктән яһалған әйберҙәр һәм ташҡа һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланылған һары буяу яһау ысулдары менән боронғо кешенең хужалыҡ ҡорамалдарын реконструкциялау оҫтаханаһында танышырға мөмкин буласаҡ.
Солоҡсолоҡ хәҙер Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған, һәм ул хужалыҡта киң ҡулланыла. “Солоҡ балы” музейы күпкә ҙурайтылған солоҡ формаһында эшләнәсәк. Бындай ысул туристарға солоҡсолоҡ серҙәрен асырға ярҙам итәсәк.
Планлаштырылған музей комплексы һәм мәмерйә тирәһендә ҡурсаулыҡ зонаһы булдырыу Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО ойошмаһының Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫтары исемлегенә индереү өсөн төп шарт булып тора”.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө