Өфөлә театр декадаһын Сибай концерт-театр берекмәһе аса

Өфөлә театр декадаһын Сибай концерт-театр берекмәһе аса

30 ғинуарҙа Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасыларҙы «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһына саҡыра. Спектакль М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә башлана.

Драма Башҡортостандың 100 йыллығына һәм шағир, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуына арнала.

Авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев; режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам  – Айгөл Байрамғолова.

Әйткәндәй, Өфөлә театр декадаһы 11 февралгә тиклем дауам итә. Уның программаһында – уҙған миҙгелдә сәхнәләштерелгән 10 сағыу тамаша һәм Башҡортостан театрҙарының «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театр – балаларға» проекттары сиктәрендә ҡуйылған премьера спектаклдәре. Театр декадаһы тураһында тулыраҡ: бында.

Билет хаҡы: 300 һум. Белешмәләр өсөн телефон 8 937 150-84-54.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/teatralnyj-dekadnik-v-ufe-otkroetsya-vystupleniem-sibajskogo-kto 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb