Мәскәүҙә рус һәм поляк телдәрендә “Берега огня и воды” китап-билингва донъя күрҙе. Был йыйынтыҡҡа башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың совет осоронда яҙылған һәм рус теленә Михаил Воловик тәржемәләгән ҡыҫҡа мәҫәлдәре тупланған. Поляк теленә уларҙы поляк шағиры Александр Навроцкий тәржемә иткән.
– “Берега огня и воды” рус-поляк йыйынтығы Польшала киң тараласаҡ. Ошо илдең китап уҡыусылары Рәсәй яҙыусылары һәм шағирҙарының сифатлы тәржемәләнгән әҫәрҙәрен рәхәтләнеп уҡый аласаҡ, – тип яҙа мөхәррир-төҙөүсе Юлия Ковалевская инеш һүҙҙә.
Рәсәй Федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимов йәш сағында, Совет Армияһы офицеры булараҡ, Польшала хеҙмәт иткән. Һуңғараҡ запастағы майор совет-поляк дуҫлығы хаҡында “Батыр яраһыҙ булмай” исемле китап яҙған.
– Ул саҡта дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге Польшала ике йыл йәшәнем, “пжиязни” (дуҫлыҡ) һәм “кохани” (мөхәббәт) һүҙҙәре телдән төшмәй ине, – тип иҫкә төшөрә бөгөн Марсель Шәйнур улы. – Сирек быуаттан һуң Болгарияла Халыҡ-ара славян шиғриәте фестивалендә, Евросоюз әләме янында сығыш яһап, элекке дуҫтарыма ошолай тинем: “Нисек, илбаҫарға оҡшағанмынмы?! Бына мин дә һеҙҙе Польшаны азат иткәндә һәләк булған совет яугирҙәренең һәйкәлдәрен емереүселәрҙе маҡтаусы шағирҙарға оҡшатмайым”.
Рус-поляк йыйынтығын нәшер итеүселәр был яңы китап славян илдәренең дуҫлығын тергеҙеүгә ярҙам итер, туғандаш халыҡтар араһында рухи күпер булыр тип ышана.
Сығанаҡ: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/27123-tuandashtara-ruhi-kper.html