Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ - ара фестивале асылды

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ - ара фестивале асылды

Бөгөн, 23 майҙа, Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ - ара фестивале асылды.

Йола буйынса, сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланып китте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова һәм жюри, театр тәнҡитселәре, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Унан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында «Туғанлыҡ» фестиваленең асыу тантанаһы үтте.

«Хөрмәтле ҡатнашыусылар һәм фестиваль ҡунаҡтары! Төрки телле театрҙарҙың VII халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале беҙҙең республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып тора – 23-сө майҙан 30-сы майға тиклем Өфө беҙҙең ҡаланың театр һөйөүселәре һәм дә ошо ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн дә иғтибар үҙәгендә буласаҡ. «Туғанлыҡ» – сәнғәт оҫталары һәм театр һөйөүселәр байрамы булараҡ туғандаш халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыусы, ижади эстафетаны дауам итеүсе фестиваль. Фестивалдә дуҫлыҡ һәм изгелек хистәре тантана итһен! Бөтә ҡатнашыусыларға ла илһам һәм ижади асыштар, ә театр сәнғәте байрамында ҡатнашҡан ҡунаҡтарға теләгем - Матурлыҡ менән аралашыу көндәре күңелегеҙҙә яҡты тәъҫораттар ҡалдырһын!», – тине Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. 

Спектаклдәрҙе фестивалдең эксперт советы ҡараясаҡ, һәм улар көн һайын фекер алышасаҡтар. Быйылғы эксперт советында: Борис Морозов (совет рәйесе, Мәскәү), Ольга Егошина (Мәскәү), Андрей Ястребов (Мәскәү), Сәниә Ҡабдиева (Ҡаҙағстан), Татьяна Джурова (Санкт-Петербург), Нияз Игламов (Татарстан), Галина Вербицкая (Өфө), Хөрмәтулла Үтәшев (Өфө). Фестивалдең президенты – Рифҡәт Исрафилов. Ябыу тантанаһында эксперт советы иң яҡшы актерҙарҙы һәм спектаклдәрҙе билдәләйәсәк. Еңеүселәр стилләштерелгән тирмә менән бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, тирмә – ул төрки халыҡтарының йәшәйешенең үҙәге булып тора, тыуған йорт, шуға ла фестивалдең төп бүләге тап тирмә формаһында махсус эшләнде. 

Фестиваль спектаклдәренең исемелеген Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Зөләйха күҙҙәрен аса » спектакле менән асып ебәрҙе.

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән Өфө ҡалаһында төрки донъяһы илдәре һәм республикаларының тарих, мәҙәниәт һәм тел оҡшашлығына нигеҙләнгән юғары театр мәҙәниәтен берләштергән, туғандарса мөнәсәбәттәрҙе һәм дуҫлыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән сағыу, әһәмиәтле сәнғәт байрамы булараҡ ойошторола. Фестивалдең төп маҡсаты булып төрлө республикалар театрҙарының даими тәжрибә уртаҡлашыуҙағы мөмкинлектәрен арттырыу, коллективтарға үҙҙәрен оло театр донъяһының лайыҡлы ағзаһы, «туғандарса ҙур ижади ҡорҙоң» бер вәкиле итеп тойорға мөмкинлек биреү тора.

Ойоштороусылар билдәләп китеүенсә, был байрамдың театр сәнғәте йылъяҙамаһында ижади эҙләнеүҙәр, сәмле ярыш, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар менән уртаҡлашыу, ысын мәғәнәһендә театр байрамы булып уйылып ҡаласаҡ.

Ҡәҙерле тамашасылар, Өфө ҡунаҡтары! Баш ҡала театрҙары сәхнәләрендә аҙна дауамында барасаҡ (23-30 май) иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, заманса спектаклдәрҙе күреп ҡалырға ашығығыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb