Күптән түгел Силәбе ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хөрмәтенә арналған кисә уҙғарылды. Сарала данлыҡлы милләттәштәребеҙ яҙмышына байҡау яһалды, Силәбе өлкәһе йәштәре иттифағы ағзалары атлылар дивизияһы тарихы менән таныштырҙы. Шулай уҡ кисәгә батырҙарҙың туғандары саҡырылды.
“Урал батырҙары” тип аталған кисә һәр кемде сал тарихҡа алып ҡайтты. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын яҡтыртҡан хәтирәләр тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Сараны Арғаяш ауылында башҡорт атлылары хөрмәтенә ҡуйыласаҡ һәйкәл проекты авторы, тарихсы Йосоп Ҡунаҡбаев асты. Йосоп Тимерхан улы үҙенең сығышында: “Дон йылғаһынан алып Эльбаға тиклем дүрт мең саҡрымды һыбай үтеп, 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан ордены кавалеры исеменә лайыҡ булған милләттәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ”, – тип белдерҙе. Ысынлап та, был тиклем геройҙар һәм дүрт хәрби орденлы байраҡ барлыҡ Ҡыҙыл Армия сафындағы дивизияларҙа булмаған!
Тарих фәндәре кандидаты Рәшит Хәкимов легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һаман да герой тип танылмауы тураһында әсенеп һөйләне. “Үҙ батырҙарыбыҙҙы үҙебеҙ күтәрергә тейешбеҙ”, – тип өндәште ул залда ултырған йәштәргә.
Был аяуһыҙ һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Кисәлә сығыш яһаған филология фәндәре кандидаты Флүзә Ғайсинаның да олатаһы данлыҡлы дивизия сафында һуғыша. Уның тураһында мәғлүмәт китапҡа ла ингән.
Силәбе өлкәһе батырҙарынан Сосновка районының Мамай ауылы егете Байғужа Сәйетғәлин башҡорт дивизияһында 313-сө кавалерия полкын етәкләй. Ул яу яланында ятып ҡала. Батырҙың туғандары тәү сиратта уның кешелек сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йәш милләттәшебеҙ Радмир Сәғитов әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәтен башҡара. Кисәлә ул үҙенең яҡташы Таһир Кусимов тураһында бәйән итеп, сығышын ҡурай моңо менән тамамланы. Артабан сарала ҡатнашыусылар күмәкләп Силәбе әҙибе Ҡадир Даян ижад иткән “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.