Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы

Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы

29 июндә беренсе тапҡыр Башҡортостандың Ишембай районында Торатау итәгендә «Торатау йыйыны» республика байрамы үтте. Байрамда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары ҡатнаштылар.

Көндөҙ сармат батшабикәһе Зарина тураһында реаль тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Сармат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, буҙа ҡайнатыусылар конкурсы, спорт ярыштары, милли уйындар, «Сармат алтынын эҙләү» уйыны, балалар уйындары, «Ылаҡ» күрһәтмә сығыштары, «Мәргән уҡсы» һәм башҡалар уҙҙы.

«Торатау йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы, яҡташтарын төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне. Башҡортостандың етәксеһе Ишембай районы хеҙмәт алдынғыларына юғары наградалар тапшырҙы.

«Сығышымды инде девизға әйләнгән һүҙҙәр менән тамамлайым: "Алға, Башҡортостан!"» – тине Радий Фәрит улы. 

Концертты Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов башлады. Халыҡ уны дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатты.

Киске сәғәт 7-нән байрам ҡунаҡтары өсөн «Арғымаҡ», «Бүреләр», «Ҡурайсы», «Каруанһарай», «Далан», «Бәхетле», «Дан» төркөмдәре, RNT, МС Баш, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашлығында Toratau-party концерты булды. Шулай уҡ байрамда 90-сы йылдар башында меңләгән тамашасы йыйған һәм башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә этәргес биргән «Дәрүишхан» төркөмө сығыш яһаны. «Торатау йыйыны»нда популяр диджейҙар DJ Khan һәм DJ Fatikh ҡатнаштылар.

Республика фольклор байрамы аҙағына яҡынлашҡас, ҡараңғы төшкәс, барыһы ла лазерлы шоу ҡарарға йыйынды.Тәүҙә сәхнә алдында, аҙаҡ Торатау битләүендә дауам итте ул. Төрлө уттар менән йәнләнгән тау буйлап берсә йылҡы өйөрө сабып үтте, берсә бөркөт талпынды, берсә салют уттары балҡыны...

«Йыйын шул ҡәҙәр матур булды. Берҙәмлек, татыулыҡ мөхите хөкөм һөрә. Халыҡ милли ризыҡтар, эсемлектәр менән һыйланып рәхәтләнде», - тинеләр тамашасылар.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ishimbajskom-rajone-vpervye-proshyol-respublikanskij-prazdnik-toratau-jyjyny 

Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы
Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы
Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы
Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы
Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы
Ишембай районында беренсе тапҡыр «Торатау йыйыны» уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb