Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» халыҡ-ара фестивале үтә

Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» халыҡ-ара фестивале үтә

6 июлдә Мәскәү ҡалаһының «Коломенское» музей-ҡурсаулығында башҡорт һабантуйы үтә. Быйылғы сара республиканың 100 йыллығына арнала.

Кисә, 27 июндә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конференц-залында матбуғат конференцияһы уҙҙы. Спикерҙар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм Мәскәү ҡунаҡтары сығыш яһанылар.

Ойоштороуҙар һүҙҙәренсә, илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр һәм милләттәштәребеҙ иғтибарына ҙур концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Һабантуй майҙанын халыҡтың көнкүрешен һәм йолаларын сағылдырған тирмәләр биҙәйәсәк, ошонда уҡ халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителәсәк.

«Һабантуй сиктәрендә иң яҡшы музыканттарыбыҙ сығыш яһаясаҡ, этно ихаталар ойошторола», – тине Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова.

Был юлы республика исеменән Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары вәкилдәре сығыш яһай.

Тулыраҡ: В Москве состоится международный фестиваль «Сабантуй 2019»

«Башинформ» МА фотоһы.

Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» халыҡ-ара фестивале үтә
Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» халыҡ-ара фестивале үтә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb