«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте

«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте

«Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестиваленең өсөнсө көнө үтте. Фестиваленең сираттағы көнө «Этно-көн» булараҡ уҙғарылды. Иглин районы биләмәһендә, Иван-Казанка ауылы янында сит ил ҡунаҡтарын башҡорт кейемендә, милли ризыҡтар менән, ҡурай моңо аҫтында ҡаршы алдылар. Ижади делегацияны Башҡортостанда Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев сәләмләне. Ҡунаҡтарға умартасылыҡтың килеп сығыу тарихы, балдың нисек алыныуы тураһында һөйләнеләр, уны, шулай уҡ башҡорттоң башҡа төп ризыҡтарын табынға ҡуйҙылар. Фестивалдә ҡатнашыусылар сәхнәлә йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарында уйнауға маһирлығын күрһәтте, спорт майҙансығында иһә уҡ атыу, һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ кластары ойошторолдо.
 
Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Этно-көн» Башҡортостандың мәҙәниәте менән танышыу ғына түгел, ә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы берләштереү, нығыраҡ дуҫлаштырыу көнө лә булды.

Рәмиль Нафиҡов фотоһы.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ramkah-festivalya-berҙәmlek-sostoyalsya-etno-den

«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте
«Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә «Этно-көн» үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb