Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә мәҙәниәт һәм сәнғәт секцияһы үткәрелде

Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә мәҙәниәт һәм сәнғәт секцияһы үткәрелде

Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны уҙҙы. Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты — башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли берҙәйлекте һаҡлау, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге үткәрә.

V ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша, уларҙың яртыһы тиерлек — республикала, 157-һе Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. Башҡорт халҡының 50 вәкиле тарихи ватанына 21 илдән — АҠШ-тан, Швейцариянан, Голландиянан, Монаконан, Израилдән, Латвиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән.

Йыйындың көн тәртибендәге төп мәсьәлә — 2050 йылға халыҡтың киләсәген күҙаллауҙы формалаштырған Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау. Стратегияның сайтында документҡа тәҡдимдәр индерергә була.

Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҡунаҡ сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылды.

Бөгөн, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә, мәҙәниәт һәм сәнғәт секцияһы үткәрелде. Секцияны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы.

Секцияла ниндәй һорауҙар күтәрелде беҙҙең мәҡәләлә уҡығыҙ: В рамках V Всемирного курултая башкир обсудили вопросы развития башкирской культуры и ее продвижения в глобальное культурное пространство.

Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә мәҙәниәт һәм сәнғәт секцияһы үткәрелде
Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә мәҙәниәт һәм сәнғәт секцияһы үткәрелде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb