Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан

Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан

6 декабрҙә Туймазы ҡалаһында III Асыҡ ҡурайсылар бәйгеһе уҙҙы.

Ҡурайсылар бәйгеһендә Баймаҡ районынан Риф Ҡәйепҡолов Гран-при яуланы.

Быйыл сарала 136 ҡурайсы ҡатнашҡан. Туймазы районы хакимиәте мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов әйтеүенсә, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 12 ансамбль сығыш яһаған. Быйыл айырыуса Балтас, Баҡалы, Благовещен райондарынан ҡурайсылар әүҙем ҡатнашҡан.  

Йәш бәйгеселәр менән бер рәттән, оло йәштәге ҡурайсыларҙың да ҡатнашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәй, ти ойоштороусылар. 
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин иң йәш һәм иң оло ҡатнашыусыға бүләктәр тапшырҙы. Өфөнән 8 йәшлек Раил Кирәев һәм Баймаҡтан 70 йәшлек Сабирйән Байназаров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бүләктәренә лайыҡ булды. 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-respublikanskom-konkurse-samodeyatelnyh-kuraistov-pobedil-muzykant-iz-bajmakskogo-rajona-bashkortostana 

Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан
Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан
Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан
Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан
Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан
Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан
Республиканың иң шәп ҡурайсыһы Баймаҡ районынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb