Башҡортостан Республикаһында «Бәхетле билет» акцияһы башланды. Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡайһы бер тамашаларына билеттарҙы 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.
Ошо акцияға Өфө һәм республика ҡалалары театрҙары, концерт ойошмалары, музейҙары, филармониялары, күргәҙмә залдары ҡушылды.
Мәҙәниәт учреждениелары «Бәхетле билет» шарттарын үҙҙәре билдәләй, бөтә мәғлүмәт уларҙың рәсми сайттарында баҫыла.
Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-respublike-prohodit-akciya-schastlivyj-bilet