Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды

Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды

 

Кисә, 18 ноябрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының бишенсе курс студенты Ленария Хәсәнова еңеү яуланы. Ҡыҙ вокал бүлегендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова класында уҡый. Ленария Хәсәнова башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ»ҙы башҡарҙы.

Беренсе вице-мисс исемен Ҡырғыҙстандан Айназ Усенканова алды. Икенсе вице-мисс — Ангола ҡунағы Франку Ванда Гизела Албину. Сыуаш халҡы вәкиле Марина Васильева проекттың социаль селтәрҙәрендә онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Мисс Интернет» исеменә лайыҡ булды.

Конкурста республикала йәшәгән һәм үҙ милләтенең матурлығын күрһәтергә теләгән 18-28 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты. Быйыл бөтәһе төрлө милләт ҡыҙҙарынан 60 ғариза килде, 12-һе проект финалсыһы тип танылды. Улар 12 халыҡтың — Ангола, Һиндостан, Куба, Ҡытай, Әрмәнстан, Азербайжан, Грузия, Ҡырғыҙстан, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары — рус, башҡорт, татар, сыуаш мәҙәниәтен күрһәте. Гала-концертта ҡатнашыусылар дуҫлыҡ бейеүен башҡарҙы.

Проектты ойоштороусылар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы. Проект етәксеһе — «Таврида 5.0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумы еңеүсеһе, Өфө ҡурайсыһы Земфира Рәшитова.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-stolice-respubliki-nazvali-imya-novoj-miss-international-ufa 

Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды
Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb