Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы

Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы. Хәйриә сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ойошторолдо.

Уға тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған. Былтырғы кеүек үк, хореография колледжы уҡыусылары опера һәм балет театрында байрам һәм әкиәт мөхитен тыуҙыра.Сарала ҡатнашыусыларҙы форма кейгән кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары оҙатып йөрөнө.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә Грек залында тамаша башланды, һуңынан ҙур бал ойошторолдо. Йәш принцессаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә «Осоусы карап» спектакле күрһәтелде, һәр «принцесса»ға иҫтәлекле бүләктәр бирелде.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды.

Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb