Башҡортостандың баш ҡалаһында – Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина

Башҡортостандың баш ҡалаһында – Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина

Көн элгәре Өфө ҡалаһына Рәсәй Федерацияһының, Карелия Республикаһының, Чечен Республикаһының, Ингуш Республикаһының халыҡ артисы Надежда Бабкина килеп етте. Уны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ҡаршы алды.

Бөгөн «Торатау» конгресс-холлында Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонына бағышланған мәҙәниәт-конференция уҙа. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рус йыры» марафоны 10 июндән 19 июнгә тиклем Башҡортостандың Благовещен, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай, Учалы, Өфө ҡалаларында үтәсәк.

Ә 12 июндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә «Бөтәбеҙ бергә — Рәсәй!» тигән ҙур байрам сиктәрендә «Рус йыры» Мәскәү дәүләт музыкаль фольклор театры артистары сығыш яһай. Программала шулай уҡ «Криница» казак йыры ансамбле, Кузбасс дәүләт филармонияһының «Себер калейдоскобы» бейеү театры, фолк-рок төркөмө, «Рәсәйҙәр» ансамбле, Евгений Гор һәм Саха (Яҡут) Республикаһының халыҡ артисы Альбина Дегтярёва бар.

Башҡортостандың баш ҡалаһында – Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина
Башҡортостандың баш ҡалаһында – Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb