Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар

Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар

Бөгөн Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар.  Ул 9 декабрҙә 74 йәшендә донъя ҡуйҙы. 

Салауат Әхмәт улы Асҡаров 1946 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Шафран ҡасабаһында тыуған. Дыуан урта мәктәбендә уҡый.

Профессиональ эшмәкәрлеген 1969 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай — Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Сураман партияһын тәү башлап башҡара.

1980 йылда «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһын (В. А. Лазько класы) тамамлай .

Эш урыны: 1969—1976 йылдарҙа һәм 1987 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1976—1980 йылдарҙа Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында, 1980—1987 йылдарҙа — А. С. Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт академия опера һәм балет театрында эшләй.

1988 йылдан Салауат Асҡаров — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы доценты.

Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар
Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар
Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар
Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар
Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар
Бөгөн Өфөлә опера йырсыһы Салауат Асҡаров менән хушлаштылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb