Кисә, 15 ғинуарҙа, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Мәскәү пианисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Луганский тамашасыларҙы «Steinway&Sons» фирмаһының «Steinway» яңы рояле менән таныштырҙы. Был рояль «Культурная среда» төбәк проектын сиктәрендә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы субсидияһына һатып алынған.
Кисәлә халыҡ-ара күләмдәге музыкант Бетховендың сонаталарын башҡарҙы.
Николай Луганский – профессор, Мәскәү филармонияһы солисы, бик күп конкурстар, шул иҫәптән Чайковский исемендәге конкурс лауреаты. Ул 240-тан ашыу дирижер менән сығыш яһаған. Репертуарына 50-нән ашыу фортепиано концерты, төрлө стилдәге һәм дәүерҙәге әҫәрҙәр инә. Музыкант йылына 100-гә яҡын концерт бирә. Уның Рәсәйҙә, Японияла, Голландияла һәм Францияла сыҡҡан яҙмалары матбуғатта юғары баһа алған, приздарға лайыҡ булған. Улар араһында – Теренс Джадд исемендәге халыҡ-ара премия, “Йылдың алтын камертоны” (өсәү), ECHO Klassik (өсәү), Choc du Monde de la Music, Preis der Deutschen Schallplattenkritik, BBC Music Magazine Award.
Тулыраҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-rossijskij-pianist-nikolaj-luganskij-prezentoval-royal-steinway