Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

Бөгөн Өфөлә, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында, Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, бөйөк шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды.

Бабич һәйкәлен асыу унда ҡатнашыусылар өсөн быуындар осрашыуы булды тиергә мөмкин. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Республика етәкселеге вәкилдәре, Башҡорт ҡоролтайы аҡһаҡалдары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бергә тантанала студенттар, әүҙем йәштәр, эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашты.

«Хәҙер Башҡортостан бөтә донъя менән осрашҡан төп конгресс майҙансығында шағир һыны тора. Ул беҙҙе тотош республикабыҙ һәм уның күп милләтле халҡының мәнфәғәте өсөн изге эштәргә дәртләндерер. Бөгөн мин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына көсөбөҙҙө берләштерергә, тыуған төйәгебеҙҙе нығытыуҙа мөһим аҙымдар яһарға тигән тәҡдим индерҙем. Йөҙ йыл элек Шәйехзада Бабич тап ошондай көслө һәм берҙәм Башҡортостан өсөн ғүмерен биргән дә инде. Бабич ғәҙелһеҙлекте фашлаған талантлы һүҙ оҫтаһы булып халыҡ хәтерендә ҡалған. Беҙҙең, уның тоҡомдары өсөн Бабич тауышы әүәлгесә йөрәгебеҙҙә яңғырай һәм беҙ Башҡортостандың шәп ул-ҡыҙҙарының эшен лайыҡлы дауам итеү өсөн барыһын да эшләрбеҙ! Беҙ бергә! Алға, Башҡортостан!», — тине республика етәксеһе.

Бронзанан ҡойолған алты метрлыҡ Бабич һыны Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдында тора. Ижади концепцияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле авторы булараҡ билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук тормошҡа ашырған.

«Бына бер нисә йыл инде Өфөлә эшләйем һәм минең һәр эшем — тормошта эҙ. Рәссамға теге йәки был заман һулышына тап килгән образ тыуҙырыу мөһим. Шәйехзада Бабич образы менән дә шулай булды. Әлбиттә, уның фажиғәле яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Үҙ халҡының идеалдары өсөн йәнен фиҙа ҡылған йәш шағирҙы онотмаҫҡа һәм уның менән ғорурланырға кәрәк», — тип билдәләне Андрей Николай улы.

«Башинформ» МА, Олег Яровиков фотоһы.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-torzhestvenno-otkryli-pamyatnik-shajhzade-babichu

Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды
Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды
Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды
Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды
Бөгөн Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb