Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!

Бөгөн, 8 июлдә, илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә.

Бөгөн Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам саралары уҙасаҡ. Республика ҡалаларында концерттар, күп балалы ғаиләләрҙе һәм 25 йылдан ашыу никахта торған ғаиләләрҙе тәбрикләү тантаналары үтәсәк. Шулай уҡ 8 июлдә Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур байрам үтә (Тулы мәғлүмәт беҙҙең мәҡәләлә: В Бирске состоится большой праздник ко Дню семьи, любви и верности).

Беренсе тапҡыр рәсәйҙәр был байрамды 2008 йылда – илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән саҡта билдәләне. Ғаилә - мөһим социаль берәмек һәм уны ҡанундар яҡлай. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 38-се статьяһына күҙ һалайыҡ. Унда «Әсәлек, балалыҡ һәм ғаиләне дәүләт яҡлай. Балалар тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү – ата-әсәләрҙең тигеҙ хоҡуғы һәм бурысы. 18 йәшкә еткән балалар хеҙмәткә һәләтен юғалтҡан ата-әсәләрен ҡайғыртырға бурыслы», - тиелә. Ғаилә байрамының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалы ла бар, уны был көндө тапшыралар, һәм үҙенең символы – аҡ сәскә (ромашка). Элек-электән был сәскә мөхәббәт билдәһе булараҡ иҫәпләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb