Бер аҙ тарихҡа күҙ һалып китәйек. Думбыра – төрки халыҡтары араһында киң таралған музыка ҡоралы. Ҡаҙаҡтарҙа - думбыра, үзбәктәрҙә – думбраҡ, ҡырғыҙҙарҙа ҡобыз тип аталған был серле ҡорал көйөнә эйәреп, иҫәпһеҙ-һанһыҙ эпостар һөйләнелгән, ҡобайырҙар әйтелгән. 1980-се йылдарҙа, яҙма документтарға таянып, халыҡ оҫтаһы В. Ш. Шөғәйепов башҡорт думбыраһын тергеҙә башлай. Шул уҡ ваҡыттарҙа думбыраны тергеҙеү өҫтөндә Ғ. Ҡобағошов, Ю. Зирин, А. Овчинников, В. Зубченко, А. Параев эшләй. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендә башҡорт думбыраһы һәм ҡыл-ҡумыҙ яһау буйынса эксперименталь оҫтахана асыла. Был оҫтаханала Р. М. Ғәлимов, А. Я. Янғужин, А. Һ. Байрамғолов, С. У. Баймөхәмәтов эшләй.
Заманса инструмент өс ҡыллы, кварта-квинта төҙөлөшлө, 19 ладлы, корпусы ағастан йәбештерелеп эшләнелә. Әлбиттә, был инструмент боронғонан бик ныҡ айырыла — ул оркестр талаптарына ҡулайлаштырылған. Сопрано, альт, бас думбыралар эшләнә.