Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестивале үтә

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестивале үтә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Фестиваль 24 – 27 августта үтәсәк.

Быйыл жюри ағзаһы – танылған театр һәм кино актеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Шакуров.

Әйткәндәй, конкурс программаһында фильмдар ике номинацияла: социаль һәм мотивация, милли һәм этник кино йүнәлештәрендә планлаштырыла.

Конкурстан тыш программала һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән Башҡортостандың уйын һәм анимация ҡыҫҡа метражлы фильмдары, шулай уҡ, Рәсәй һәм сит илдәрҙең документаль картиналары, башҡорт киноһына нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡовтың фильмдары күрһәтелә.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/zhyuri-iv-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-serebryanyj-akbuzat-vozglavit-sergej-shakurov

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb