Өфөлә Гүзәл Яхинаның донъяның төрлө телдәрендә баҫылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһын ҡарарға мөмкин. Проектты Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана әҙерләй.
Яҙыусы хәбәр итеүенсә, былтыр «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын 22 телгә тәржемәләүгә килешеүҙәр төҙөлгән. Гүзәл Яхина Милли китапханаға руссанан тыш, татар, болгар, ҡытай, чех, эстон, фин, француз, немец, венгер, итальян, иран, литва, македон, голланд, поляк, серб, словак, украин, үзбәк телдәрендә баҫылып сыҡҡан китабының тышлыҡтарын ебәрҙе. 2018 йылда романдың румын, инглиз, хорват, иврит, испан, швед телдәрендә сығыуы көтөлә. Роман 2015 йылда донъя күрҙе һәм китап уҡыусылар араһында киң популярлыҡ яуланы. Гүзәл Яхина шунда уҡ бер нисә әҙәби премияға лайыҡ булды: «Йыл китабы» премияһы лауреаты (2015), «Ясная Поляна» премияһы лауреаты, «XXI быуат» номинацияһы (2015), «Ҙур кино» премияһы лауреаты (2015), «Сирано» премияһы лауреаты, «Иң яҡшы яҙыусы» номинацияһы (2016), Les prix du magazine «Transfuge» de la rentrée littéraire, Франция (2017). 2016 йылда Гүзәл Яхина Өфөгә килде һәм китапханаларҙа, клубтарҙа, театрҙарҙа китап уҡыусылар менән осрашты.