Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылы мәктәбендә билдәле әҙиптәр Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмил Ҡолдәүләтовтың ижад һәм тормош юлдарына арналған музей барлыҡҡа килде.
Мажараларға бай булды Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелгән “Театрҙар төнө” акцияһы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар өсөн бай программа әҙерләгәйне.