Февралдә Милли әҙәбиәт музейында, күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тормошона һәм ижадына арнап, «Башҡорт тарихының йырсыһы» тигән күргәҙмә асырға йыйыналар. Билдәле булыуынса, быйыл РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тула.
Милли әҙәбиәт музейында китаптар һәм ҡулъяҙмалар менән бер рәттән республиканың билдәле шағирҙары һәм яҙыусыларының шәхси әйберҙәре лә һаҡлана. Шул иҫәптән бында Яныбай Хамматовтың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәре, документтары, ҡулъяҙмалары, машина яҙмалары, китаптары һаҡланған фонд та бар. Яңы күргәҙмә яҙыусының ижадын үҙ итеүселәр генә түгел, бөтә әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә мөһим ваҡиға булыр, тип көтөлә.
Күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарына күренекле әҙәбиәт эшмәкәренең тормошон һәм ижадын сағылдырған иҫтәлекле экспонаттар тәҡдим ителә. Мәҫәлән, яҙыусының «Төньяҡ амурҙары», «Һырдаръя» романдарының ҡулъяҙмаларын күрергә мөмкин.
Бынан тыш, Яныбай Хаммат улының китаптарының төрлө телдәргә тәржемәләре менән танышырға мөмкин. Был уның ижадының төрлө халыҡтарҙа нисек ҡабул ителгәнен, халыҡ-ара әһәмиәтен баһаларға мөмкинлек бирә. Яҙыусының һуғыштан һуң яратып уйнаған аккордеоны иһә уның күп яҡлы шәхес булғаны тураһында һөйләй. Был уйын ҡоралы ул осор мөхитен күҙ алдына килтерергә ярҙам итә, шулай уҡ Яныбай Хамматов ижадында музыка менән әҙәбиәт араһындағы бәйләнеште лә сағылдыра.
Экспозицияла "Бөртөкләп йыйылы алтын" китабы өсөн Урал таштарынан эшләнгән футляр ҙа бар. Был үҙенсәлекле экспонат китапты һаҡлап ҡына ҡалмай, ә яҙыусы ижадының ныҡлығы һәм бөйөклөгөнөң символы ла булып тора.
Бер һүҙ менән әйткәндә, күргәҙмә яҙыусы ижадының әһәмиәтен аңлау өсөн үҙенсәлекле асыштар һәм яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә, шуға ла уның сағыу мәҙәни ваҡиғаға әйләнере шикһеҙ.
Экспозиция быйыл февралдә асыла, артабан йыл буйы Милли әҙәбиәт музейының күсмә күргәҙмәһе булараҡ эшләүе күҙаллана. Ошо уҡ атама менән Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттарында үткәрер өсөн музей дәресе лә әҙерләнә. Унда шулай уҡ Яныбай Хамматов фондындағы материалдар файҙаланыла. Теләге булған һәр кем арҙаҡлы яҙыусының ижад донъяһына сумып, уның башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәттәренә индергән өлөшө хаҡында мәғлүмәт белә ала.
Фотолар БР Милли әҙәбиәт музейынан алынды.