2018 йылдың мәҙәни тормошона йомғаҡ

2018 йылдың мәҙәни тормошона йомғаҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 2018 йылдың иҫтәлекле ваҡиғаларын барланы.

Милли мәҙәниәт быйыл кинематография үҫеше менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Башҡортостанда бығаса булмаған әүҙемлек менән фильмдар төшөрөлдө. "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Өс таған", "Беренсе республика".

Режиссер Александр Галибин 90 миллион һум грантҡа төшөрөлгән фильмды Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейына бағышлай.

Ғөмүмән, быйыл республикабыҙ бәләкәй голливудты хәтерләтте. Бер үк ваҡытта төйәгебеҙҙең икенсе мөйөшөндә Айнур Асҡаров яҙыусының "Өс таған" әҫәре буйынса өр-яңы кино төшөрҙө. Ғафури районының Толпар ауылы осраҡлы һайланмаған, хозур тәбиғәт повестың сюжетына тап килә. Өс малайҙы тотош район-ҡалалар буйлап эҙләһәләр, күп кенә ролдәрҙә ауыл халҡы ҡатнаша.

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған "Беренсе республика" фильмын да монтажлау эштәре бара. Тарихи ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырған картинала ауыр шарттарға ҡарамай театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә.

Тап улар ойошторған театрҙар бөгөн дә республика халҡы рухиәтен байыта. Сәхнәләрҙә даими, береһен-береһе уҙҙырып, төрлө жанрҙағы спектаклдәр ҡуйыла. 2019 йылдың Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителеүе республика сәхнәһендә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ спектаклдәр ҡуйылыр, ә тамаша залдары халыҡ менән шығырым тулы булыр, тигән ышаныс уята.

20 телгә тәржемә ителгән "Зөләйха күҙҙәрен аса" романын бөтә донъяла яратып уҡыһалар, иң беренсе сәхнәгә уны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алып сыҡты.

Шуға ла сәхнә әҫәренең Рәсәйҙәге иң абруйлы "Алтын битлек" премияһына бер үк ваҡытта 6 номинация буйынса дәғүә итеүе аңлашыла.

Шулай ҙа сәнғәт донъяһында иң ҡиммәтле бүләкте Башҡортостанда үткән фестивалдә Испания ҡыҙы Мария Дуэньянс яуланы. Йәш музыкант Владимир Спиваковтың II халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында 9 миллион һумлыҡ музыка ҡоралы менән бүләкләнде.

"Шаляпин кисәләре" фестивале Өфөнө ике аҙнаға мәҙәни мәккәгә әйләндерҙе. Тамашасылар бөтә Рәсәй ҡалаларынан, хатта сит ил йырсылары башҡарыуында билдәле әҫәрҙәр ҡарап, тыңлап кинәнде. Беҙҙекеләр ҙә башҡорт мәҙәниәтен Бөтә Рәсәй, хатта донъя кимәлендә лайыҡлы күрһәтте.

Йәш йондоҙҙар, ижадсылар ҙа һынатманы."Оркестр" ҡыҙыҡай Ләйсән Золотарева Владимир Путин алдында сығыш яһаһа, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллина Ҡафтауҙы шаулатып, "Заһиҙә" лирик бейеүе менән Чечен республикаһында үткән конкурста еңеү яуланы.

Республика район һәм ҡалаларында ла халыҡтың мәҙәни тормошон йәнләндереү эштәре йылдам бара. "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә ауыл клубтарына тейешле ярҙам күрһәтелде, һөҙөмтәлә мәҙәниәт усаҡтары ремонтланып, музыка ҡоралдары менән байытылды.

"Башҡортостан тарихы биттәре" фестиваль-марафоны төпкөл ауылдарҙа ғына ҡайнап йәшәгән үҙешмәкәр артистарға ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеген бирҙе. Күләмле сара республиканың 100 йыллығы уңайынан аҙна һайын ойошторолдо. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрам дуҫлыҡ, татыулыҡ төшөнсәләрен нығытты.

Ғөмүмән, республика Рәсәйҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнә бара. Өфөлә уҙғарылған асыҡ һауалағы классик музыка һәм фольклор байрамдары, этно төн проекттары, милли кейемдәр парады быйыл да меңәрләгән тамашасыны йәлеп итте.

Күләмле тамашалар 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына етди әҙерлек булып тора. Республика байрамды ойоштороу буйынса өлөшләтә һынауҙы уңышлы үтте тип әйтергә була. 11 көн дауамында СИОФФ етәкселеге һәм уның ағзалары Башҡортостан менән танышып, яҡшы тәьҫорат алды.

Шулай ҙа республиканың мәҙәни донъяһында быйыл иң көтөп алынған ваҡиға ҡурайҙың патент алыуы булғандыр. Бынан ары сикһеҙ моң сығанағына дәғүә белдереүселәр тартҡылашмаҫ, киләсәктә данлы, хәҙер инде законлы ҡурай үҫешер, тамашасыны тағы ла һоҡландырыр, тип ышанырға ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb