2024 йылда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә дәүләт ярҙамы бирелде

2024 йылда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә дәүләт ярҙамы бирелде

2024 йылда 30 белгес «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алды. Был дәүләт ярҙамын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәки шәхси транспорт һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин. Был хаҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған кәңәшмәлә һөйләне.

– Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе булып «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһын тормошҡа ашыра башланы. 2021 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында эшләгән йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, – тине Әминә Шафиҡова.

2021 – 2022 йылдарҙа әлеге программала ҡатнашыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 500 мең һум бирелә ине, ә 2023 йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем артты. Был осорҙа бүленгән аҡсаларҙың дөйөм күләме – 105 миллион һум.

Программаны тормошҡа ашырыу барышында бөтәһе 150 белгес матди ярҙам алды: 2021 йылда – 60, ә артабанғы йылдарҙа – 30-шар кеше. Улар араһында 75 мәҙәни-ял учреждениеһы хеҙмәткәре, 63 балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыһы, 4 китапхана хеҙмәткәре һәм 8 музей белгесе бар.

Әлеге ваҡытта республикала 4 меңгә яҡын мәҙәни учреждение иҫәпләнә, уларҙа 11 меңдән ашыу кеше эшләй.

2024 йылдың декабрендә 28 муниципаль һәм 2 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһынан 30 белгес аҡсалата ярҙам алды. Улар араһында – мәҙәни-ял учреждениеларының 18 белгесе, балалар сәнғәт мәктәптәренең туғыҙ уҡытыусыһы, республика музейҙарының өс белгесе. Уларҙан 20 белгес – юғары, 10-һы урта махсус белемгә эйә. Түләүҙәрҙе алыусыларҙың уртаса йәше – 29, иң йәш ике белгескә 21 йәш.

– Ғаризаларҙы һайлап алған саҡта комиссия дәғүәселәрҙең йәшенең 35-тән артмауын, профилле белемгә эйә булыуын, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылда йәки бәләкәй ҡалала урынлашҡан учреждениеға эшкә урынлашыуын, бер һәм унан күберәк ставкаға эшкә урынлашыуын иҫәпкә алды, – тине республиканың мәҙәниәт министры.

Программала ҡатнашыусылар түләүҙе алғандан һәм аҡсаны маҡсатлы тотонғандан һуң 5 йыл буйына әлеге учреждениела эшләргә бурыслы.

2025 йылдан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы федераль ҡаҙна иҫәбенә киңәйтелә. Тимәк, Башҡортостанда 74 белгесте ауыл биләмәләренә йәлеп итеү мөмкин буласаҡ (30 кешенең – республика программаһында, 44 кешенең федераль программала ҡатнашыуы күҙ уңында тотола).

– Федераль программаны әҙерләгәндә Башҡортостан Республикаһының тәжрибәһе иғтибарға алынды. Федераль программа буйынса, ауылға ҡайтырға әҙер белгес БР Мәҙәниәт министрлығы менән раҫланған вакантлы вазифалар исемлегенән вакансияны үҙ аллы һайлай һәм бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен алыуға ғариза тапшыра. Йәш буйынса сикләүҙең һәм субсидия тотоноу йүнәлешенең булмауы программаның үҙенсәлеге булып тора. Иң мөһим талап үҙгәрешһеҙ ҡала: белгес үҙе һайлаған мәҙәниәт учреждениеһында биш йыл дауамында эшләргә бурыслы, – тип йомғаҡ яһаны Әминә Шафиҡова.

Шулай уҡ Әминә Ивний ҡыҙы билдәләүенсә, «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» – һөҙөмтәле программа, ул бөгөнгө көнгә бәләкәй ауылдарҙағы мәҙәниәт учреждениелары өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирә.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов, Тимур Шәрипҡолов.

2024 йылда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә дәүләт ярҙамы бирелде
2024 йылда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә дәүләт ярҙамы бирелде
2024 йылда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә дәүләт ярҙамы бирелде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb