Бөгөн бөтә донъя шиғриәт көнө. 1999 йылда ЮНЕСКО-ның 30-сы конференцияһында был көндө билдәләү тураһында ҡарар сығарыла. Ҡарарҙа: “Шиғриәт хәҙерге замандың иң үткер һәм тәрән рухи һорауҙарына яуап бирә ала, һәм шуға ла уға йәмғиәт иғтибарын мөмкин тиклем киң йәлеп итергә кәрәк”, – тигән юлдар бар. Бөтә донъя шиғриәт көнө ҡәләм тирбәтеүсе йәштәргә, әҙәби түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәргә, йәш шағирҙарға үҫергә, нығынырға мөмкинлек бирә.
Бөтә донъя шиғриәт көнө бәләкәй нәшриәттәргә үҙҙәре тураһында киң белдереү мөмкинлеген бирергә саҡырылған, сөнки күбеһенсә уларҙың көсө менән заман шағирҙарының ижады уҡыусыларға, тере яңғыраған шиғри һүҙ традицияһын тергеҙеүсе әҙәби клубтарға еткерелә. Байрам ойоштороп, ЮНЕСКО бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларын поэзияның, кешеләргә асыҡ, ысын заманса сәнғәт булараҡ, позитив образдарын булдырыуға өндәй.