Ағинәйҙәр һүҙе – аҡылдың үҙе

Ағинәйҙәр һүҙе – аҡылдың үҙе

«Киләсәккә юл һалғанда, боронғоларға боролоп ҡарау яҡшы”, тип әйткән бер аҡыллы кеше. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа әүҙемләшеп киткән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” республика йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге тап ошо һүҙҙәргә таянып башҡарыла кеүек. Гәзит-журналдарҙан уҡып, радио-телевидениенан ишетеп-ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уҙғарған сараларға һоҡланмаған, уның кәрәклеген аңламаған кеше юҡтыр, моғайын. Сөнки бөтөн был сараларҙың маҡсаты — ул халҡыбыҙҙы  берләштереп, үткәнебеҙгә байҡау яһап, тамырҙарыбыҙ бик тәрәнгә киткән тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, йыр-моңдарыбыҙҙы йәш быуынға түкмәй-сәсмәй илтеп еткереү һәм уларҙа ошо милли мираҫыбыҙға һөйөү тәрбиәләү бит.

Ошондай бурыстарҙы атҡарып, республикала күптән танылыу яулаған Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил һәм башҡа райондар ағинәйҙәренең әүҙемлегенә һоҡланып, былтыр беҙҙең Көйөргәҙе районында ла ағинәйҙәр ҡоро ойошторолдо. Районыбыҙҙа 12 ауыл биләмәһе булып, иң тәүҙә шул ауыл биләмәләренең төп ағинәйҙәрен билдәләнек, артабан ул ағинәйҙәр үҙҙәре эргәһенә ауылдың иң абруйлы, ихтирам ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙарын туплап, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл старосталары ярҙамында эш башлап ебәрҙе. Йәш быуынға милли асылыбыҙға ярашлы рухи тәрбиә биреү, телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, милләттәштәребеҙҙе айыҡ-сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, башҡорт ғаиләһенә хас ҡиммәттәрҙе, халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеү –ошондай йүнәлештә эш башлап ебәреп, беҙҙең ағинәйҙәр ҙә ауылдарҙа халыҡ менән осрашыуҙар, ғаиләләр  менән тәрбиәүи һөйләшеүҙәр һәм башҡа бик күп төрлө саралар үткәрҙе. Һәм бына ошо арала беҙ, район ағинәйҙәре, атҡарғандарҙы барлар, бер-беребеҙ менән аралашыр, хәл итәһе мәсьәләләрҙе уртаға һалып  һөйләшер, тәжрибә уртаҡлашыр, уртаҡ уй-фекер туплар өсөн ҡорға йыйылдыҡ. Ҡор район мәҙәниәт йортонда үтеп, район үҙәге иртәнге сәғәттән үк байрам төҫө алды. Ҡурай моңо, башҡорт халыҡ йырҙары яңғырап, Ермолаево халҡын байрамға, оло ҡорға саҡырып торҙо.

Байрамдың тәүге өлөшөндә һәр ауыл биләмәһе ағинәйҙәре үҙҙәре бешергән милли ризыҡтарҙан, үҙҙәре башҡарған ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙо. Аш-һыуҙың ниндәйе генә юҡ ине: буҙа, ҡымыҙ, эретелгән ыуыҙ, ҡарта, көлсә, төртмә, быҡтырылған ҡабаҡ, тултырма, ҡаҙы, бишбармаҡ, ҡаҡлаған ҡаҙ, һәр төрлө емештән яһалған ҡаҡ – һанап бөткөһөҙ. Һәр өҫтәлдә 20-25 төрлө милли ризыҡ ҡуйылғайны мәгәр. Ә ағинәйҙәр ҡулы менән башҡарылған ҡул эштәренән күҙҙәр тағы ла нығыраҡ ҡамашты. Һәм ошондай хозур матурлыҡ янында үҙҙәре теккән күлдәк-камзулдарҙа, ҡашмау- түшелдеректәрҙә 150-ләп ағинәй йылмайып баҫып тора. Күҙ алдына килтерәһегеҙме ошондай матур күренеште! Ысынлап та, “Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр халыҡтың үҙ төҫө”, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тап ошо милли күлдәктәрҙә үҙ асылын, үҙ ҡотон сағылдыра ала ла инде. Ҡоробоҙҙоң икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр сәхнәлә 12 командаға тупланып, оҫталыҡта ярышты. Беренсе бәйге “Мин — ағинәй “ тип аталып, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең ағинәйлек бурысы тураһында шиғыр, йыр менән бәйән итте. Икенсеһендә улар бишек йырҙары башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Өсөнсө бәйге иһә экология темаһына арналып, ағинәйҙәр үҙ ауыл биләмәләрендә башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәрҙе барланы.

Ҡоробоҙҙоң мәртәбәле ҡунағы – виртоуз ҡубыҙсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Миндеғәфур Зәйнетдинов махсус саҡырылғайны. Ул ағинәйҙәргә ҡубыҙ уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, улы Азамат менән бергәләп бер нисә төрлө ҡубыҙҙа өҙҙөрөп уйнап, йыйылыусыларға иҫтәлекле мәлдәр бүләк итте.

Сығанаҡ: http://kurultay-ufa.ru/ru/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb