Бөгөн- ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн- ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Беренсе тапҡыр был датаны Кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте һаҡлау үҙәге һәм Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй башланылар. Был көндө 1916 йылда Рәсәйҙә тәүге Баргузин дәүләт ҡурсаулығы булдырылған.

Дәүләт күләмендәге тәүге ҡурсаулыҡ Байкалдағы Баргузин кешен һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған. 1986 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Баргузин ҡурсаулығына биосфералы статусы бирелгән, һәм ул донъя-ара биосфералы резерваттар селтәренә индерелгән. Бөгөн был ҡурсаулыҡ Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты өлөштәренең береһе һанала.  

Әлеге көндә Рәсәйҙә 33 миллион гектар майҙанлы 100 ҡурсаулыҡ һәм ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләгән (был илебеҙ территорияһының 0,41 проценты) 35 милли парк иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡтар үҫемлек һәм йәнлектәр төрөнөң 80 процентын һаҡларға ярҙам итә.

Башҡортостан биләмәһендә “Башҡорт”, “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал” кеүек өс ҡурсаулыҡ һәм бер “Башҡортостан”  милли паркы урынлашҡан.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы республикала боронғоларҙан һанала һәм федераль статусҡа эйә. Ул 1929 йылда ойошторолған. Ҡурсаулыҡ республиканың Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондарына ҡараған ерҙәрҙе биләй. Дөйөм майҙаны – 49609 гектар. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен, типик һәм уникаль экология системаларын өйрәнеү һәм һаҡлау өсөн булдырылған. Ҡурсаулыҡ территорияһы рельеф үҙенсәлеге буйынса бер-береһенән ныҡ айырылып торған ике өлөшкә бүленә: көнбайышҡа, Көньяҡ Крак тау массивының байтаҡ майҙанын алып тора, һәм көнсығышҡа, Уралтау һырты сигендә урынлашҡан.  

Башҡорт ҡурсаулығында 76 ғаиләгә ҡараған 807 төргә яҡын көпшәле үҫемлектәр булыуы билдәле. Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең 77 төрө, ҡыяҡлыларҙың – 58, рауза сәскәлеләренең – 45, ҡәнәферҙәрҙең – 39, ҡуҙаҡлылар – 33, күрәнлеләр – 26, сиражлылар – 24 төр, сатыр сәскәлеләрҙең 21 төрө бар.  

Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһендә япраҡлы-ылыҫлы ҡатнаш урман үҫә. Һыу буйҙары туғай үҫемлектәре менән ҡапланған, урыны менән уны тал, ерек һәм муйыл ағастары алмаштыра. Һөҙәк, һарҡыу тау битләүҙәрен ҡайын, уҫаҡ ағастары күп булған япраҡлы урман ҡаплаған, аралаш ҡарағайҙар күренә. Был урмандарҙа туғай үләндәре, ваҡ ҡыуаҡлыҡ ҡаплаған аҡландар күп. Текә, ташлы-ҡаялы тау итәктәрен башлыса ҡарағай, урыны менән япраҡлы ағастар баҫҡан.

Башҡорт ҡурсаулығының йәнлектәр донъяһы ла бай һәм төрлө. Ҡурсаулыҡта умыртҡалыларҙың 250 төрө, шул иҫәптән һөтимәрҙәрҙең 52 төрө, 17 балыҡ төрө һәм өс ер-һыу хайуандары менән алты һөйрәлеүсе, 192 төр ҡош көн итә. Бөжәктәр араһында күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, яры ҡанатлылар, ике ҡанатлылар һәм башҡалар бар. Ағас ҡыуышында йәшәгән яры ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған ҡырағай башҡорт бал ҡорттары айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ҙур ҡиммәткә эйә. Мышы, болан, беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан марал (эре себер боланы), урман һыуһары, ҡондоҙ, ҡама, тейен, ҡуян һәм башҡалар ҡиммәтле йәнлектәрҙән һанала. Йыртҡыстарҙан бүре, һоро айыу, һеләүһен, төлкө осрай. Һуңғы ун йылда һеләүһен менән болан һирәгәйгән.

“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1959 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы кеүек булдырылған, ә 1986 йылдан алып ул үҙаллы дәүләт ҡурсаулығына әйләнгән. Уның дөйөм майҙаны – 22531 гектар. Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың бейек булмаған тауҙар өлөшөндә республиканың Бөрйән районына ҡараған ерҙә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан. Үҙенсәлекле символы булып ҡурсаулыҡтың 14,5 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәре булған, 2,7 километрға һуҙылған Шүлгән мәмерйәһе тора. Район флораһы 800-ҙән ашыу юғары үҫемлектәр төрөнән ғибәрәт, шулар иҫәбендә 12 ағас төрө, 27 төр ҡыуаҡлыҡ бар. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына — 40 төр, 24 төр Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Башҡортостандың Белорет районында һәм өлөшләтә Силәбе өлкәһе территорияһында урынлашҡан. Ул 1978 йылда ойошторолған. Был ҡурсаулыҡ Белорет, Ҡатау-Ивановск, Магнитогорск кеүек эре сәнәғәт үҙәктәрен үҙ эсенә алған Көньяҡ Уралдың экологияһын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ҡурсаулыҡ һунар ителә торған йәнлектәр төрөнөң күптәре өсөн резерват кеүек хеҙмәт итә һәм уларҙың иҫәбен арттырырға булышлыҡ итә.

Башҡортостан территорияһында тағы бер милли парк – “Башҡортостан” бар. Ул Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртында Нөгөш һәм Ағиҙел араһында, шулай уҡ уға сиктәш Йылайыр яҫы таулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Уның төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр оҙонлоғо 30 километр тирәһе. Дөйөм майҙаны — 82,3 гектар. Көнсығыштан милли парк “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы менән сиктәш. Сик оҙонлоғо – 40 километр тирәһе. Парк биләмәһендә өс тәбиғәт һәйкәле бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb