1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тарихсылар был ваҡиғаны Рәсәй тарихындағы иң мөһимдәр рәтенә ҡуя - тап төбәк менән үҙәктең килешеүе Федератив мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала.
Башҡорт автономияһы Рәсәйҙә тәүгеһе һәм үҙ формаһы буйынса берҙән-бере. Мәскәү беҙҙең шарттарға риза булып, килешеү төҙөй, ә башҡа республикаларға Автономия декрет, йәғни указ менән генә бирелә.
Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ үҫеше Башҡортостан автономияһының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. 1917 йылдың тәүге яртыһындағы дөйөм мосолман хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡорттар Рәсәйҙең федератив ҡоролошо өсөн сығыш яһаусыларҙың алғы рәтендә була.
1917 йылдың 1–11 майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолман съезында 55 кешенән торған башҡорт делегацияһы милли-территориаль автономия идеяһы менән сығыш яһай, ер мәсьәләһен күтәреп сыға. Ошо уҡ съезда Башҡортостан автономияһын тормошҡа ашырыу өсөн эшсе орган – Башҡорт мәркәз шураһы ойошторола. Уға Башҡорт милли хәрәкәте лидеры Әхмәтзәки Валиди, Аллабирҙе Йәғәфәров һәм Сәғит Мерәҫовтар етәкселек итә.
1917 йылдың май-июнь айҙарында Башҡорт мәркәз шураһының урындағы органдары ойошторола, ике тапҡыр кәңәшмә-конференция үткәрелә. Ә инде 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа Беренсе Дөйөм башҡорт ҡоролтайы йыйыла.
1917 йылдың 25–29 авгусында Өфөлә үткән Икенсе дөйөм башҡорт ҡоролтайы Башҡорт үҙәк шураһының 12 кешенән торған яңы составын һайлай. Бынан тыш Өфө һәм Силәбе ҡалаларында шураның өлкә сәркәтиптәре тәғәйенләнә. Икенсе мөһим мәсьәлә булып, 1918 йылдың башында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу йыйылышында (Учредительное собрание) ҡатнашыу тора.
25 октябрь (яңыса 7 ноябрь) Петроградта большевиктар Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатып, власты үҙ ҡулына ала. Әммә күптәр большевиктарҙың власын танымай, уларҙың сәйәсәтенә ҡаршы сыға. Башҡорт үҙәк шураһы илдә башланған боларыш мәлендә башҡорт халҡы үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алырға тейеш тигән аныҡ фекергә килә.
Ошо хәлдә башҡорт халҡы өсөн берҙән-бер юл – тиҙ арала Башҡортостанда власты үҙ ҡулына алыу, үҙенең хәлен үҙе күреү, үҙен үҙе һаҡлау, тиелә фарманда.
Дүрт көндән, 15 ноябрь (яңыса 28 ноябрь), Ырымбурҙа урынлашҡан Башҡорт үҙәк шураһы Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарының башҡорт ерҙәрен Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө, йәғни Башҡортостан автономияһы тип иғлан итеү тураһында ҡарар сығара.