9 июлдә Бөрйән районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтар – Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев, илдең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев менән бергә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асты. Аҙаҡ улар журналистар менән аралашып, төбәктең ғилми өлкәһе үҫеше, федераль, халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Радий Фәрит улы яңы музей комплексының төбәк өсөн ниндәй мөмкинлектәр асыуы тураһында бәйән итте.
– Беҙ әле Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтә серҙәрен дә асып бөтмәнек. Алда эш күп, ул ғилми ҡараш талап итә. Музей комплексында экспозиция өлөшөнән тыш лабораториялар блогы ла бар, унда төрлө тикшеренеүҙәр үтәсәк. Дөйөм алғанда, “Шүлгәнташ” күңел асыу объекты ғына түгел. Ул – фән, мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихты өйрәнеү синтезы.
Константин Косачев Башҡортостандың ғилми мөмкинлектәрен баһаланы һәм федераль кимәлдә күрһәтергә әҙер ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
– Субъекттарҙағы хәлде белеү - беҙҙең эштең төп мотиваторы. Кире бәйләнеш ныҡ мөһим. Әгәр беҙ Рәсәйҙең Федерация Советында нимәлер эшләйбеҙ икән, тик төбәктәрҙең йәмәғәт һәм профессиональ мохтажлығына йүнәлеш тотабыҙ. Беҙҙең бурыс – төбәктәр үҫеше өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу. Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең дөйөм өлөшөнә индерә алған иң алдынғы һәм прогрессив тәжрибәне лә күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим.
Был йәһәттән Башҡортостан – донор-төбәк. Мин бында мәсьәләнең финанс яғын түгел, ә республикалағы хәлдәр торошон күҙ уңында тотам. Бөгөн ул лидер позицияһында. Бында күп нәмәгә өйрәнергә, иҡтисади үҫеш һәм социаль-мәҙәни тармаҡтарҙа етди тәжрибә уртаҡлашырға була. “Шүлгәнташ” комплексында бер тамсы һыуҙағылай бар Башҡортостандың тарихи, тәбиғәт, мәҙәни үҙенсәлектәрен күрергә була. Ә иң мөһиме – һеҙҙең мираҫығыҙға үҙенсәлекле ҡарашығыҙ. Республикала эшләгән идара итеү командаһына һоҡланам. Иң ҙур рәхмәт халыҡҡа, улар ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәй белә, – тине ул.
Александр Сергеев Башҡортостан менән Рәсәй Фәндәр академияһының хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. Республиканың ғилми мөмкинлектәрен баһаланы.
– Рәсәй Фәндәр академияһы менән республика етәкселеге киләсәктә бергә тормошҡа ашырып булырҙай бик күп башланғыстар һәм проекттарҙы билдәләне. Киләсәккә пландар ҙур. Башҡортостан – иҡтисади йәһәттән һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса лидер республика. Ул фән һәм юғары технологиялар йәһәтенән дә позицияларын нығыта. Бында белем биреүҙе үҫтереүгә нисек ҡарағандарын күрәбеҙ. Һеҙҙә бына тигән юғары уҡыу йорттары, юғары технологиялы предприятиелар бар. Быларҙың барыһы ла – белем биреү, фән, технологиялар һәм мәҙәниәт – беҙҙең ғалимдар һәм Рәсәй Фәндәр академияһы ҡатнашлығында үҫешә ала. Беҙҙә киләһе йылға пландар бар. Бөгөн асылған музей комплексы ҙур эштең башы ғына. Һәм, Константин Иосифович белдереүенсә, Башҡортостанды финанс һәм сәнәғәт йәһәтенән генә түгел, ә интеллектуаль йүнәлеш буйынса ла донор итеп күрербеҙ тип ышанам. Республикаға һәр эштә ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине ул.
Дмитрий Афанасьев Башҡортостандың ғилми-белем биреү тармағы үҫешен һәм был йүнәлештә республика етәкселеге сәйәсәтен баһаланы.
– Тәүҙә кисә генә булған бер ваҡиға тураһында әйтеп үтәйем: Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков яңы юғары уҡыу йорто – БДУ менән ӨДАТУ нигеҙендә Өфө фән һәм технологиялар университеты булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был республика етәкселеге башланғысы ине, беҙ уны бик дөрөҫ тип иҫәпләнек һәм хупланыҡ. Ни өсөн тигәндә, төбәктең фән һәм юғары белем тармағындағы потенциал тырышлыҡты берләштереүҙе, киңәйтеүҙе талап итә. “Өҫтөнлөк 2030” программаһында, башҡа фән һәм юғары белем программаларында ҡатнашып, Башҡортостан 2030 йылда мотлаҡ Рәсәйҙең ғилми һәм белем биреү баш ҡалаларының береһенә әйләнәсәк. Уңыштар һеҙгә, – тине ул.
Радий Хәбиров Валерий Фальков менән министрлыҡҡа был ҡарар өсөн ҙур рәхмәт әйтте.
– Был ҡарар еңел булманы. Ул республикабыҙҙың ғилми һәм белем биреү потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелде. Ике юғары уҡыу йортон берләштереү республикала һәм Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле ғилми-белем биреү майҙансығы, технологиялар үҙәге булдырасаҡ, – тине ул. – Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Юғары уҡыу йорттары коллективы, ректорҙар, ғалимдарға был еңел булмаған ҡарарҙы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт. Уның һөҙөмтәһе булып “Өҫтөнлөк 2030” программаһында уңышлы ҡатнашыу һәм ӨДАТУ-ның алдынғы инженер мәктәбе статусын алыуы торҙо. Был аҙымдарҙың барыһы ла беҙҙең ғилми һәм белем биреү коллективтары менән берлектә яһалды. Эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яңы юғары уҡыу йорто булдырыу – республика өсөн бик мөһим ваҡиға.