Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хәбәр итеүенсә, театр коллективы өсөн бик әүҙем осор башланған, әлеге ваҡытта бер юлы өс премьераға әҙерлек бара.
Олег Закир улы Ханов “Сәйер миссис Севидж” (Джон Патрик) комедияһына репетициялар үткәрә башланы. Төп ролдә Гөлли Мөбәрәкова уйнаясаҡ. Америка драматургының был әҫәре заманында рус теленә тәржемә ителеп, бөтә СССРҙа киң танылыу яулаған, башҡорт театрында тәүге тапҡыр ҡуйыла.
Айрат Әхтәм улы Абушахманов Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса Я.Пулинович инсценировкаһы өҫтөндә эшләй. Был спектакль – иң күп артистар йәлеп ителгән сәхнә әҫәре. Спектаклдә ҡатнашасаҡ артистар исемлеге билдәле, әммә режиссер уларға тәғәйен ролдәр бүлеп бирмәгән, “Зөләйханы кем уйнаясаҡ?” –тигән һорауға әлегә яуап юҡ, бөгөнгө көндә артистар үҙҙәрен романдағы төрлө образдарҙа һынап ҡарай, спектаклдең темаһы буйынса фекер алыша.
Актер Фирғәт Ғарипов Рәлиф Кинйәбаевтың “Кәкүк балаһы йәшәргә теләй” исемле пьесаһын ҡуясаҡ. Фирғәт Рәмил улы спектакль режиссеры булараҡ үҙен тәүге тапҡыр һынай, ролдәрҙә - Илдар Ғүмәров, Гөлфиә Рафиҡова, Милена Сираева, Юнир Ҡоланбаев.
Әлеге ваҡытта өс сәхнә әҫәренә лә репетициялар бара, спектаклдәрҙең премьералары яңы театр миҙгелендә көтөлә.