“Башҡортостан – дуҫтар күҙлегенән” халыҡ-ара арт-пленэрына йомғаҡ яһалды

“Башҡортостан – дуҫтар күҙлегенән” халыҡ-ара арт-пленэрына йомғаҡ яһалды

Рәсәйҙең һәм Беларусь мәҙәниәт министрҙары XX быуат рәссамдары күргәҙмәһендә булды.

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей, унынсы форумы уңайынан “Башҡортостан – дуҫтар күҙлегенән” халыҡ-ара арт-пленэрына йомғаҡ яһанылар.

Бер нисә аҙна дауамында ике республиканың билдәле рәссамдары Ғафури, Ишембай, Белорет, Күгәрсен, Мәләүез, Благовещен һәм Нуриман райондарында эшләне, ә мольберттар менән сәйәхәттең һуңғы пункты Өфө булды.

Ижади делегация шулай уҡ Нөгөш, Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстарында, Мораҙым тарлауығында, “Святые кустики” монастырында, Торатауҙа, “Алһыу ҡаялар”, “Ҡыҙыл ҡаялар”, Ташаҫты һәм Асы ауылдарында, Красный ключ шишмәһендә һәм башҡа бик күп матур, тарихи һәм иҫтәлекле урындарҙа булды. Сәфәр барышында улар үҙенсәлекле башҡорт тәбиғәтенең рухын һәм колоритын төшөрҙө.

Пленэр сиктәрендә 27 авгусҡа тиклем Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында Рәсәй һәм Беларусь рәссамдары ХХ быуаттың икенсе яртыһында ижад иткән һынлы сәнғәт, графика, халыҡ һәм профессиональ биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойошторолған.

63 рәссамдың 106 әҫәренән торған экспозиция дүрт модулле линия принцибы буйынса төҙөлгән. Һәр әҫәр буйынса комментарийҙар ҡуйылған. Эштәр Санкт-Петербургтың Рус дәүләт музейынан, “Царицыно” дәүләт тарих-архитектура, художество һәм ландшафт музей-ҡурсаулығынан, “РОСИЗО” дәүләт музей-күргәҙмә үҙәгенән, Рәсәй Рәссамдар союзынан һәм шәхси йыйылыштан алынған.

- Бындай кимәлдәге күргәҙмә асыу – ҙур шатлыҡ. Бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының берлектәге сағыу ижади башланғыстары булмаған йүнәлеш юҡ. Бында кинематографта хеҙмәттәшлек тә, музейҙарыбыҙҙың күп йыллыҡ дуҫлығы ла, китапханаларҙың берлектәге хеҙмәте лә, һәр йүнәлеш буйынса тиерлек беҙ бик тырышып алға барабыҙ. Күргәҙмә урындағы халыҡты һәм туристарҙы ҡыуандырыр тип ышанам, – тине Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова Нестеров музейына килгән саҡта.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, күргәҙмә Рәсәй-Беларусь мөнәсәбәттәр үҫешенә ҙур өлөш индерә.

- Башҡортостан етәкселеге исеменән уникаль күргәҙмәне ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм. Ольга Любимова ярҙам итмәһә, уны үткәреү мөмкин булмаҫ ине. Был күргәҙмә илдәребеҙ мөнәсәбәттәренә ҙур өлөш индерә, Тыуған илгә һөйөүҙе күрһәтә. Белорустар рәсәйҙәр өсөн туғандар булып тора, Башҡортостан да, әлбиттә, ситтә ҡалмай, – тине ул.

Беларусь мәҙәниәт министры Анатолий Маркевич илдәге музейҙарҙың береһендә экспозиция ойоштороу буйынса пландары менән уртаҡлашты.

– Ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт, беҙ уны башҡорт ерендә тәүге минуттарҙан уҡ һиҙҙек. Бында, Өфөлә, славян һәм көнсығыш цивилизациялары киҫешкән урында беҙ мәҙәниәттәребеҙҙең күп төрлөлөгөн һәм туғандаш берҙәмлекте күрәбеҙ. Беҙҙә берлектәге ҡыҙыҡлы идеялар бик күп. Был күргәҙмә Беларуста мотлаҡ күрһәтелергә тейеш – бындай матурлыҡты Башҡортостанда ғына күрергә тейеш түгелдәр, – тине Анатолий Маркевич.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, күргәҙмәнең төп идеяларының береһе – XX быуаттың икенсе яртыһында рәссамдарҙың һәм хәҙерге заман авторҙарының дөйөм ҡиммәттәрен күрһәтеү.

 - Күргәҙмә арт-пленэрҙың үҙенсәлекле дауамы булып тора һәм ике туғандаш халыҡтың ныҡлы бәйләнешен символлаштыра. Башҡортостан һәр ваҡыт яңы идеяларға асыҡ, - тине ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb